Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы
Remove ads

Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Германия исеменән сығыш яһаусы хоккей командаһы. Европала иң тәүге командаларҙың береһе. Олимпия уйындарының көмөш (2018) һәм ике тапҡыр бронза призёры (1932, 1976).

Ҡыҫҡа факттар Ассоциация, Главный тренер ...
Thumb
Германия (һулда) 2010 йылғы Олимпия уйындарында Швецияға ҡаршы матчта
Remove ads

Тарихы

Германияла беренсе хоккей уйыны 1887 йылдың февралендә Берлинда Халензе күле боҙонда үтә. Урындағы спорт клубы командаһы студенттар йыйылмаһын 11:4 иҫәбе менән еңә.

Германия йыйылма командаһының йыйылма кимәлендәге тәүге рәсми уйыны Швейцарияның Монтрё ҡалаһында 1910 йылдың 10 ғинуарында Швейцария йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә һәм 9:1 иҫәбе менән еңә. Хоккейҙың популярлығы Икенсе донъя һуғышына тиклем, айырыуса Берлинда арта бара. 1910 йылда Германия командаһы Швейцарияла беренсе тапҡыр Европа чемпионатында ҡатнаша һәм унда 2-се урынды яулай. Үҙенең уңышын 1911, 1912 һәм 1914 йылдарҙа ҡабатлай, ә 1913 йылда 3-сө урынды биләй.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Германия командаһының уңыштары бер аҙ кәмей төшә, әммә егерменсе йылдар аҙағында тағы ла миҙалдар яулай башлай: 1927 йылдағы Европа чемпионатында 3-сө урын ала. 1930 йылда Германия командаһы Европа чемпионы була. Дүрт йылдан һуң ул был уңышты ҡабатлай.

1932 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпиадала немецтар бронза наградалар алып, өсөнсө урынға лайыҡ була.

Remove ads

Команданы бүленеүе һәм берләшеүе

Германия бүленгәндән һуң, хоккей командаһы ла Германия Федератив Республикаһы һәм Германия Демократик Республикаһының йыйылма командаларына бүленә. ФРГ йыйылма командаһы уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәле сығыш яһай.

1991 йылда ике команда Германия хоккей федерацияһы етәкселеге аҫтында берләшә.

Ҡушылыуҙан һуң

Германия берләшкәс тә, йыйылма команда һиҙелерлек һөҙөмтәләр күрһәтмәй. Иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе — 2003 йылғы донъя чемпионатында 6-сы урын яулай.

2018 йылда Кореялағы Олимпия уйындарында финалға сыға, унда Рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы уйнай һәм үҙ тарихында тәүге тапҡыр олимпия көмөш миҙалдарын яулай. Әлеге ваҡытта (2023) Германия йыйылма командаһы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 5-се урында тора[1][1].

Төп уңыштары

Thumb
Фелтинс-Арена: 2010 йылғы хоккей буйынса донъя чемпионатында Германия — Америка Ҡушма Штаттары (2:1) матчын 77803 тамашасы ҡарай
Ентеклерәк мәғлүмәт Ярыш, Үткәрелеү урыны ...
Remove ads

Уйын формаһы

Нығытылған номерҙар

  • 4: Удо Кисслинг (1955)
  • 14: Эрих Кюнхакль (1950)
  • 20: Роберт Дитрих (1986—2011)
  • 23: Дитер Хеген (1962)
  • 80: Роберт Мюллер (1980—2009)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads