Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы
Remove ads

Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы — донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында Словакия исеменән сығыш яһаусы шайбалы хоккей буйынса йыйылма команда.

Ҡыҫҡа факттар Федерация, Тренер ...

2002 йылда донъя чемпионы. 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры[1]. 2021 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 9-сы урында тора[2]. Команда менән Словакия хоккей федерацияһы идара итә.

Remove ads

Тарихы

Словакия йыйылма командаһы Чехословакия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Ил бүлегенән һуң халыҡ-ара хоккей федерацияһы Чехия йыйылмаһы юғары дивизионда уйнауын дауам итәсәк, ә Словакия командаһы «С» дивизионынан башлаясаҡ, тигән ҡарар сығара. Словакия йыйылмаһы «А» дивизионына 1996 йылда уҡ үтә.

Словакия йыйылма командаһының иң юғары ҡаҙанышы 2022 йылда Пекинда үткән Олимпия уйындарында — 3-сө урын яулауы[1].

Олимпия уйындарында Словакия йыйылма командаһының тағы бер ҡаҙанышы — Ванкуверҙағы уйындарҙа 4-се урын: словак хоккейсылары төркөм этабында Рәсәй йыйылма командаһын, ә сирек финалда Швецияны еңә, әммә ярымфиналда канадалыларҙан һәм финдарҙан 3-сө урын өсөн матчта еңелә.

2011 йылда Словакияла хоккей буйынса донъя чемпионаты беренсе тапҡыр үтә. Команда, Финляндиянан 1-2 иҫәбенә еңелеп, плей-офф уйындарына үтә алмай.

2012 йылда чемпионатта Словакия йыйылма командаһы Рәсәй йыйылма командаһына финал матчында еңелә һәм икенсе урында ҡала (6:2).

Remove ads

Ярыштар һөҙөмтәләре

Олимпия уйындары

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, һөҙөмтә ...

Донъя чемпионаты

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, һөҙөмтә ...

Донъя Кубогы

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Һөҙөмтә ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads