Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы
Remove ads

Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (ҡаҙ. Қазақ Советтік Социалистік Республикасы, Ҡаҙаҡ ССР-ы) — СССР составында союздаш республика.

Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Телдәр ...

Майҙаны — 2717,3 мең км² (СССР-ҙа 2-се урын). Халҡы — 16 536 мең кеше (1989). Баш ҡала — Алма-Ата.

Хәҙерге ваҡытта суверен дәүләт — Ҡаҙағстан Республикаһы.

Remove ads

Тарихы

1920 йылдың 26 авгусында РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола. 1925 йылда Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә. Ырымбур губернаһы Урта Волга крайы составына бирелгәс, республиканың баш ҡалаһы Ҡыҙылурҙа ҡалаһына күсерелә. 1927 йылда Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.

СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң, 1936 йылдың 5 декабрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы РСФСР составынан сығарылып союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы (Ҡаҙаҡ ССР-ы) тип атала башлай.

1990 йылдың 25 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1991 йылдың 10 декабрендә илдең атамаһы «Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы» урынына «Ҡаҙағстан Республикаһы» тип үҙгәртелә[2][3][4].

1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстан үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә[5].

Remove ads

Бүләктәре

Ленин орденыЛенин орденыЛенин орденыОктябрь Революцияһы орденыХалыҡтар Дуҫлығы ордены

Административ бүленеше

Ентеклерәк мәғлүмәт №, регион ...

1960-сы йылдарҙа, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү планына бәйле, Ҡаҙаҡ ССР-ы территорияһында бер нисә өлкәләрҙе берләштергән 3 край ойошторола (улар 1964—1965 бөтөрөлә):

    • Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре), административ үҙәге — Аҡтүбә.
    • Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре), административ үҙәге — Целиноград.
    • Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре), административ үҙәге — Шымкент.
Thumb
1959 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы
Remove ads

Иҡтисады

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында СССР-ҙың көнбайыш райондарынан Ҡаҙаҡ ССР-ына яҡынса 150 ҙур заводтар һәм фабрикалар эвакуациялана. Һуғыш осоронда Текелий ҡурғаш-цинк комбинаты; Джезде (марганец), Березовск, Мирғалимсай һәм Байжансан рудниктары; Ҡаҙаҡ металлургия заводы, Аҡтүбә металлургия заводы төҙөлә.

Ҡарағанды күмер бассейнында етеҙ ысул менән тиҫтәләгән яңы шахталар, ә Эмба үҙәнендә яңы нефть ятҡылыҡтары сафҡа инә. Республика фронтҡа һәм тылға аҙыҡ-түлек, ә оборона сәнәғәтенә ҡиммәле стратегик сырье (күмер, нефть, баҡыр, ҡара ҡурғаш, хромит, марганец, вольфрам, молибден, цинк, кадмий, висмут һ.б.) тапшыра.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң, республикала яңы заводтар, фабрикалар, рудниктар, электростанциялар сафҡа инә. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең эре предприятиелары төҙөлә. Яңы ҡалалар һәм эшселәр ҡасабалары барлыҡҡа килә, тимер һәм автомобиль юлдары һалына.

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт йыл, халыҡ (мең кеше) ...

Төп халыҡ — ҡаҙаҡтар (1970 йылғы йәниҫәп буйынса 4161 мең кеше[18]). 1970 йылғы йәниҫәп буйынса башҡа милләттәр: рустар (5499 мең кеше[18]), украиндар (930 мең кеше[18]), татарҙар (288 мең кеше), үзбәктәр (208 мең кеше[18]), белорустар (198 мең кеше), уйғырҙар (121 мең кеше), корейҙар (82 мең кеше), дунгандар (17 мең кеше) һ.б.

Ентеклерәк мәғлүмәт Өлкә, Дөйөм халыҡ иҫәбе ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads