Хуан Антонио Самаранч
күренекле испан сәйәсмәне һәм эшҡыуары, Халыҡ-ара олимпия комитетының етенсе президенты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дон Хуа́н Анто́нио Самара́нч-и-Торельо́, 1-се маркиз де Самаранч (исп. Don Juan Antonio Samaranch y Torelló, marqués de Samaranch, 17 июль 1920 йыл — 21 апрель 2010 йыл) — испан сәйәсмәне һәм эшҡыуары, Халыҡ-ара олимпия комитетының (МОК) етенсе президенты (1980—2001), XX быуатта олимпия хәрәкәтенең мәшһүр эшмәкәрҙәренең береһе тип танылған. Ғүмере буйына МОК-тың почётлы президенты.
Remove ads
Биографияһы
Самаранч 1920 йылдың 17 июлендә Испанияның Барселона ҡалаһында бай ғаиләлә тыуа. Бала сағында тәгәрмәсле конькиҙа хоккей уйнау менән мауыға[17]. Испанияла граждандар һуғышы барғанда, 1938 йылда, 18 йәшендә Республика көстәренә санитар итеп саҡырыла. Республиканың сәйәси дошманы булараҡ, тиҙҙән Францияға ҡаса, ләкин тиҙ арала милләтсел Испанияға әйләнеп ҡайта һәм Франко Фалангаһына инә[18]
1939 йылда республика ҡолатылғандан һуң Самаранч Барселонала IESE (IESE Business School) бизнес-мәктәбендә сауҙаға уҡый. «Ла Пренса» гәзитендә бер аҙ спорт буйынса журналист булып эшләп ала, «Барселона» менән уйнап, 11:1 иҫәбе менән еңгән «Реал Мадрид» футбол клубы яҡлылар исеменә тәнҡит һүҙҙәре әйткән өсөн 1943 йылда эшенән ҡыуыла. Бынан һуң ғаиләһенең туҡыусылыҡ бизнесына әйләнеп ҡайта. 1984 йылда Испанияның иң эре la Caixa һаҡлыҡ банкының директорҙар советы ағзаһы була, 1987—1999 йылдарҙа президенты вазифаһын биләй. 1999 йылда отставкаға сыҡҡанынан алып вафатына тиклем уның почетлы президенты булып ҡала.
Самаранч Барселонаның муниципаль хөкүмәтендә эшләй, 1955 йылдан 1962 йылға тиклем унда спорт өсөн яуаплы була. Франко режимының һуңғы ун йылында (1967 йылдан алып 1977 йылда демократияны аяҡҡа баҫтырғанға тиклем) прокурадор — парламенттың түбәнге палатаһы ағзаһы була.
Олимпия хәрәкәте менән бәйле төрлө ваҡиғаларҙа испан делегацияһының етәксеһе була. 1966 йылда диктатор Франсиско Франко тарафынан Испанияның Олимпия комитеты рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул уҡ йылды Самаранч Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы ителә.
1967 йылда — физик тәрбиә һәм спорт буйынса милли делегат.
1973 йылдан — Барселонаның Провинциаль советы рәйесе.
1974—1978 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты вице-президенты вазифаһын биләй.
1977—1980 йылдарҙа — СССР-ҙа һәм Монголияла Испанияның Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
Хуан Антонио Самаранч Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты итеп 1980 йылғы Мәскәү Олимпиадаһы алдынан һайлана. Ул Мәскәүҙе хуп күргәнен бик йыш белдерә[19].
Олимпия хәрәкәтенә индергән өлөшө өсөн Испания короле 1991 йылда Самаранчҡа маркиз (дон) титулы бирә.
2001 йылдың 16 июленән бар ғүмеренә МОК-тың почётлы президенты итеп һайлана.
2010 йылдың 20 апрелендә Самаранч Барселона госпиталенә киҫкен йөрәк өйәнәге менән килтерелә. 21 апрелдә мәрхүм була[20]. Барселонала Монжуик зыяратында ерләнә.
Remove ads
Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты вазифаһында
1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындары тамамланғас, Халыҡ-ара олимпия комитетының 6-сы президенты лорд Килланин комитетҡа идара итеү мөҙҙәте тулғанлыҡтан вазифаһынан бушатыла, урың урынына Самаранч һайлана.
Идара итеү осоронда Самаранч олимпия хәрәкәтенең финанс йәһәтенән үҙаллылыҡ алыуына өлгәшә. Сараларға бағыусылар табыуҙы, телевидение аша трансляциялауға договорҙар төҙөүҙе ойоштора, ошо сәбәпле МОК-тың бюджеты һәйбәт тулылана. 1984 йылғы Олимпия уйындарына Советтар Союзы һәм Көнсығыш блок тарафынан бойкот иғлан ителһә лә, Олимпия уйындарында ҡатнашҡан илдәр һаны арта бара, ярыштарҙа ҡатнашҡан спортсыларҙың да әҙерлек кимәле үҫә.
Самаранчтың идараһы 1970-се йылдар кризисында финанс бөлгөнлөгөнә төшөп барған МОК-ҡа ҡотолоу килтерә. Юғиһә 1976 йылда уйындарҙы ойошторған ҡала (Денвер) хатта Олимпиаданы ҡабул итеүҙән баш тартырға мәжбүр була. Ғәҙәттә финанс сығымдарын Олимпиаданы ҡабул иткән илдең Олимпия уйындары комитеты яңғыҙы күтәреп килгән була. Әммә финанс ярҙамы эҙләү һәм ярышҡа профессональ спортсыларҙы индереү Самаранчтың дошмандарына уны Олимпия хәрәкәтенең үтә коммерциялашып китеүендә ғәйепләргә нигеҙ бирә.
Халыҡ-ара олимпия комитетына Самаранч идара иткән саҡта МОК рәйесенә «Ғали йәнәптәре» тип мөрәжәғәт итеү индерелә. Шулай уҡ Самаранчты һәр ваҡыт шофёрлы лимузин йөрөтә, ниндәй ҡалаға барһа ла, ҡунаҡханаларҙың президент номерҙары көтә. Мәҫәлән, Швейцарияның Лозанна ҡалаһында йәшәүе йылына 500 000 АҠШ долларына төшә[21].
Олимпия хәрәкәте тарихына Хуан Антонио Самаранч һүнә башлаған олимпия хәрәкәтен дөрләтеп ебәргән кеше булараҡ инеп ҡала.
«КГБ играет в шахматы» тигән китапта (авторҙары Б. Гулько, В. Корчной, В. Попов, Ю. Фельштинский) раҫланыуынса, Самаранч КГБ-ға агент итеп ылыҡтырылған һәм СССР-ға һәр яҡлап булышлыҡ иткән. Ылыҡтырғанда Самаранчҡа СССР һәм башҡа социалистик илдәрҙең тауыштары менән МОК президенты вазифаһы вәғәҙә ителгән булған.
Remove ads
Бүләктәре
Испаниянан
Башҡа дәүләттәрҙән
- «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының бөйөк офицеры (2 июнь 1971 йыл)[26]
- «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Ҙур тәреһе кавалеры (27 ғинуар 1981 йыл)[27]
- Король Томислав таҫмалы ордены һәм Ҙур Йондоҙ кавалеры (Хорватия, 26 август 1993 йыл)[28]
- Халыҡ-ара Леонардо-премия (Рәсәй, 1994 йыл)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (Рәсәй, 14 июль 1994 йыл)[29][30]
- «Ҙур хеҙмәттәр өсөн» ордены (Үзбәкстан, 1996 йыл)[31]
- Бөйөк Литва кенәзе Гядиминас орденының Ҙур тәреһе кавалеры (4 апрель 1997 йыл)[32]
- Бөтә донъя Филателистик каталогтар, альбомдар һәм журналдар нәшерселәре ассоциацияһының наградаһы (АСКАТ) «Гран При 1998»[33]
- Республика ордены (Молдавия, 14 май 1999 йыл)[34]
- III дәрәжә «Манас» ордены (Ҡырғыҙстан, 8 ноябрь 1999 йыл)[35]
- Почёт ордены (Рәсәй Федерацияһы, 25 июнь 2001 йыл)[36][37]
- Алтын руно ордены (Грузия, 2001 йыл)[38]
- 1 класлы Мария ере Тәреһе ордены (Эстония, 2003 йыл)[39]
- III дәрәжә Кенәз Ярослав Мудрый ордены (Украина, 21 май 2005 йыл)[40].
Ғаиләһе
1955 йылдың 1 декабрендә Мария Тереза Сализаксҡа (26 декабрь 1931 йыл — 16 сентябрь 2000 йыл) өйләнә. Ике балалары була. Улдары — Хуан Антонио (МОК ағзаһы). Ҡыҙҙары — Мария Тереза.
Хәтер
Сараеволағы Олимпия спорт һарайына[41] һәм Мәскәүҙәге Теннис үҙәгенә Самаранч исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads