Чилингаров Артур Николаевич

СССР һәм Рәсәй океанолог-ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia

Чилингаров Артур Николаевич
Remove ads

Чилингаров Артур Николаевич (25 сентябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең океанолог-ғалимы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, география фәндәре докторы, профессор. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты һәм Дәүләт полюс академияһының президенты, «Полярниктар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2008). Советтар Союзы Геройы (1986). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).

1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[5]. 20112014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[6].

Remove ads

Биографияһы

Артур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуа. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус[7]. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.

1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.

Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.

1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.

Эшмәкәрлеге

Хеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.

1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.

1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[8].

19691971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[9].

1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.

19741979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.

19791986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.

1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.

19861992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.

1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.

2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.

2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.

2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия утын тоҡандыра[10].


Remove ads

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Татьяна Александровна Чилингарова.
  • Балалары — улы Николай (1974) һәм ҡыҙы Ксения (1982)[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Thumb
Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырыу
Thumb
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены менән бүләкләү. 31 июль 2014 йыл

СССР һәм Рәсәй

Башҡа илдәр

Remove ads

Йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу

  • Полярниктар ассоциацияһы президенты, 1990 йылдан алып.
  • Халыҡ-ара Тикшеренеүселәр клубы ағзаһы (АҠШ).
  • Британия Король география йәмғиәте ағзаһы.
  • Халыҡ-ара гуманитар ярҙам һәм хеҙмәттәшлек фонды рәйестәше.
  • «Рәсәй — Әрмәнстан» йәмғиәте ағзаһы.
  • РФ Дәүләт думаһы эргәһендәге «Рәсәй парламентарийы» парламент клубы советының рәйесе (2001 йылдан).
  • Регби премьер-лигаһы Йәмәғәт советы рәйесе[35].

Уның тураһында

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads