Ҡышҡы Олимпия уйындары 2022

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡышҡы Олимпия уйындары 2022map
Remove ads

Ҡышҡы Олимпия уйындары 2022 (ингл. 2022 Winter Olympics, франц. Jeux Olympiques d’hiver de 2022, ҡыт. 2022年冬季奥运会, рәсми исеме: Ҡышҡы Олимпия уйындары XXIV) — 2022 йылдың 4-20 февралендә Пекинда, шулай уҡ өлөшләтә Чжанцзякоу һәм Яньцин ҡалаларында үткән 24-се Ҡышҡы Олимпия уйындары. Ярыштар 2 февралдә башлана. 109 комплект миҙал уйнатыла.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Спорт төрө ...

2015 йылдың 31 июлендә Куала-Лумпурҙа[4]үткән Халыҡ-ара Олимпия комитетының сессияһында Пекинда сираттағы Олимпиада баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Уйындар башланғандан алып ул тарихта ҡышҡы һәм йәйге Олимпия уйындары үткән беренсе ҡала.

Remove ads

Ойоштороусы

2022 йылғы Олимпия уйындарын ойоштороусы ил булып Ҡытай тора, ә уны үткәреү урыны — Пекин.

Ҡышҡы Олимпиада-2022-не үткәреүгә Халыҡ-ара Олимпия комитетына рәсми заявканы иң Алма-Ата (Ҡаҙағстан)[5] бирә (2013 йылдың август уртаһы). Һуңынан Пекиндан ғариза килә. Тағы ла бер нисә ҡала Олимпиаданы ҡабул итеү теләген белдерә, һуңынан уларҙ баш тарта. Халыҡ-ара Олимпия комитетының кемгә өҫтәнләк бирере һуңғы мәлгә тиклем билдәһеҙ булып ҡала.

Тауыш биреү алдынан Алматы заявкаһы менән Казахстан премьер-министры Кәрим Мәсимов таныштыра, Пекин яғынан — Ян Лань (инг.)баш.

Ахырҙа, Пекин дүрт тауышҡа күберәк тауыш йыйп, еңеп сыға. Ҡытайҙың баш ҡалаһыһы йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы ҡабул иткән беренсе ҡала булып тарихҡа инә.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала-кандидат, Ил ...

Кандидатураларын алыусы ҡалалар: Польша Краков, Польша[6],Украина Львов, Украина[7], Норвегия Осло, Норвегия[8][9], Швеция Стокгольм, Швеция[10][11]

Remove ads

Символикаһы

Ҡатнашыусылар

Пекинда үткән Олимпия уйындарында 91 Олимпия комитеты ҡатнаша. Гаити һәм Сәғүд Ғәрәбстаны беренсе тапҡыр сығыш яһай. Тәнәфестән һуң Америка Самоаһы, Перу, Тринидад һәм Тобаго һәм Виргиния утрауҙары йыйылма командалары ҡатнаша.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡатнашыусы милли Олимпия комитеттары ...

Календары

Ентеклерәк мәғлүмәт Февраль, 2 Шр ...
ЦОАсыу тантанаһы 00Квалификациялар 00Ярыштар финалы ПВКүрһәтмә сығыштар ЦЗЯбыу тантанаһы

Миҙалдар иҫәбе

Таблицала алтын миҙалдар һаны буйынса тәүге ун ил күрһәтелгән. Алтын миҙалдар бер нисбәттә булғанда, урындар көмөш миҙалдар иҫәбе буйынса билдәләнгән. Ҡалын менән үҙ категорияһында дөйөм миҙал иҫәбе; шулай уҡ ойоштороусы ил билдәләнгән.

Ентеклерәк мәғлүмәт Дөйөм миҙалдар иҫәбе, Бөтәһе ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Миҙалдарҙың дөйөм һаны, Барлығы ...
Remove ads

Спорт ҡоролмалары

Пекин

Thumb
Пекин Олимпия объекттарының бер өлөшө
  • Милли стадион (Пекин) — асыу һәм ябыу тантанаһы
  • Пекиндың дәүләт спорт һарайы — шайбалы хоккей
  • Укэсон-арена — шайбалы хоккей
  • Баш ҡаланың спорт һарайы — фигуралы шыуыу, шорт-трек[13]
  • Пекин милли йөҙөү комплексы — керлинг
  • Милли конькиҙа уҙышыу овалы — конькийҙа уҙышыу
  • «Биг-эйр Шоген» трамплины — Биг-эйр (фристайл), биг-эйр (сноуборд)

Чжанцзякоу

Thumb
Чжанцзякоуҙа Олимпия ауылы

Рәсми заявкала Пекин менән бер рәттән Олимпия уйындарын үткәреү урыны тип күрһәтелә[14].

  • Милли саңғы үҙәге — саңғы ярыштары, саңғы икеалышы
  • Трамплиндан һикереү буйынса милли үҙәк — трамплиндан һикереү, саңғы дикеалышы
  • Биатлон миллиүҙәге — биатлон
  • Геньтин ҡар паркы — фристайл (хафпайп), сноуборд (хафпайп)
  • Тайву — фристайл (слоупстайл, ски-кросс), сноуборд (слоупстайл, сноуборд-кросс)
  • Ваньлун — фристайл (акробатика, могул), сноуборд (параллель дисциплиналар)

Яньцин

  • Милли саңғы үҙәге — тау саңғыһы спорты
  • Милли сана-бобслей үҙәге — бобслей, сана спорты, скелетон

Күртәһелә

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads