Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы — донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында Словакия исеменән сығыш яһаусы шайбалы хоккей буйынса йыйылма команда.
2002 йылда донъя чемпионы. 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры[1]. 2021 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 9-сы урында тора[2]. Команда менән Словакия хоккей федерацияһы идара итә.
Remove ads
Тарихы
Словакия йыйылма командаһы Чехословакия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Ил бүлегенән һуң халыҡ-ара хоккей федерацияһы Чехия йыйылмаһы юғары дивизионда уйнауын дауам итәсәк, ә Словакия командаһы «С» дивизионынан башлаясаҡ, тигән ҡарар сығара. Словакия йыйылмаһы «А» дивизионына 1996 йылда уҡ үтә.
Словакия йыйылма командаһының иң юғары ҡаҙанышы 2022 йылда Пекинда үткән Олимпия уйындарында — 3-сө урын яулауы[1].
Олимпия уйындарында Словакия йыйылма командаһының тағы бер ҡаҙанышы — Ванкуверҙағы уйындарҙа 4-се урын: словак хоккейсылары төркөм этабында Рәсәй йыйылма командаһын, ә сирек финалда Швецияны еңә, әммә ярымфиналда канадалыларҙан һәм финдарҙан 3-сө урын өсөн матчта еңелә.
2011 йылда Словакияла хоккей буйынса донъя чемпионаты беренсе тапҡыр үтә. Команда, Финляндиянан 1-2 иҫәбенә еңелеп, плей-офф уйындарына үтә алмай.
2012 йылда чемпионатта Словакия йыйылма командаһы Рәсәй йыйылма командаһына финал матчында еңелә һәм икенсе урында ҡала (6:2).
Remove ads
Ярыштар һөҙөмтәләре
Олимпия уйындары
Донъя чемпионаты
Донъя Кубогы
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads