Шарлыҡ районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шарлыҡ районы — Ырымбур өлкәһендәге район. Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка, Ырымбур өлкәһенең Октябрьский, Пономарёвка һәм Александровка райондары менән сиктәш. 1924 йылда район территорияһы Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составынан сығарыла.
Remove ads
Райондағы ауыл советтары
- Богородский ауыл советы
 - Дубровский ауыл советы
 - Зерклинский ауыл советы
 - Илкүлгән ауыл советы
 - Ҡазан ауыл советы
 - Константиновский ауыл советы
 - Новоархангельский ауыл советы
 - Яңы Мусин ауыл советы
 - Новоникольский ауыл советы
 - Парадеевский ауыл советы
 - Преображенский ауыл советы
 - Путятинский ауыл советы
 - Ратчинский ауыл советы
 - Сарманай ауыл советы
 - Слоновский ауыл советы
 - Титовский ауыл советы
 - Шарлыҡ ауыл советы
 
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Муса Йәлил (1906—1944) — татар шағиры, Советтар Союзы Геройы (1956). Мостафа ауылынан.
 - Мелихов Василий Михайлович (13.07.1914—7.07.1990), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1987 йылдарҙа Өфөләге «Востокнефтезаводмонтаж» тресының слесарь‑монтажсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Богородское ауылынан[2].
 - Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы (20.08.1939—9.08.2008), ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1975), профессор (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981). Яңы Муса ауылынан.
 - Родимцев Александр Ильич (1905—1977), генерал-полковник, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
 - Борис Ельциндың ҡатыны Наина Ельцина (Титовка ауылы).
 - Цыбин Иван Максимович (12.08.1922—26.07.1996), Советтар Союзы Геройы]] (1944). Һуғыштан һуң Башҡортостандың Федоровка районында йәшәй һәм эшләй (Новофедоровка ауылы).
 
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
