Шлиссельбург
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шлиссельбург (нем. Schlüsselburg— «асҡыс-ҡала») — Ленинград өлкәһенең Киров районындағы ҡала (1780 йылдан) Шлиссельбург ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә
1323 йылда Новгородтың Сәтләүек ҡәлғәһе булараҡ барлыҡҡа килә[⇨]; хәҙер Санкт-Петербург тарих музейы филиалы[⇨]
Remove ads
Этимологияһы
Ҡалаға Новгород кенәзе Юрий Данилович 1323 йылда Сәтләүек утрауында ағас ҡәлғәгә нигеҙ һала (бында урман сәтләүеге күп үҫә). Утрау уның исеме менән атала. 1613 йылда ҡәлғәне шведтар баҫып ала (швед. nõt — «сәтләүек», borg — «ҡәлғә») һәм рус Орешек атамаһы Нотебургҡа әйләнә. 1702 йылда рус ғәскәрҙәре ҡәлғәне азат итә һәм шул саҡта Шлиссельбург һүҙмә — һүҙ - «асҡыс-ҡәлғә» тип үҙгәртелә (нем. Schlüssel — «асҡыс», Burg — «ҡәлғә»);. 1944 йылда немец атамаһын бөтөрөү маҡсатында исеме Петрокрепость тип үҙгәртелә, 1992 йылда тарихи Шлиссельбург исеме кире ҡайтарыла [4].
Remove ads
Тарихы
1323 йылда ҡалаға нигеҙ һалына[⇨], ә 1353 йылда новгородлылар таш ҡәлғәгә нигеҙ һала, ҡәлғә диуарҙары һәм башняларын төҙөй.
Шведтар Сәтләүекте күп тапҡыр ҡамауҙа тота, Новгород республикаһын диңгеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарырға маташа һәм ул бер нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға күсә. 1613 йылда, швед интервенцияһы ваҡытында шведтар ҡәлғәне баҫып ала. Уны Нотебург (швед. Nöteborg, Нетеборг булған швед. nöt, юҡ = сәтләүек, швед. borg, борг — ҡәлғә, ҡала) тип атайҙар. 1656 йылдың июнендә Рус-швед һуғышы (1656-1658) барышында воевода П.И. Потемкин отрядтарына 1613 йылда юғалған Водская пятина ерҙәрен яуларға һәм шведтарҙы ҡәлғәне блокадаларға мөмкин була, әммә ҡәлғәнең үҙен, Ниеншанцтан айырмалы рәүештә, яулап алып булмай[5]. 1702 йылда Петр Беренсе шведтарҙан ҡәлғәне яулап ала һәм әлеге исемен бирә. (башҡа атамаһы - Шлюсенбург, ябай халыҡ телендә - Шлюшин, шулай уҡ Шлюшенбург вариантф ла осрай) 1780 йылда Нева йылғаһының һул ярында посад Санкт-Петербург губернаһының Шлиссельбург өйәҙ ҡалаһы итеп үҙгәртелә
Революциянан алдағы йылдарҙа Сәтләүек утрауындағы ҡәлғәлә төрмә урынлаша, унда сәйәси тотҡондар һәм енәйәтселәр тотолған. Февраль революцияһынан һуң улар иреккә сыға. Улар иҫәбендә коммунист-анархист Иустин Жук та була, ул Шлиссеьбург дары заводына слесарь булып эшкә инә һәм хеҙмәт коммунаһының лидеры булып китә[6]. Шлиссельбургта Жук эшсе балалары өсөн интенат ойоштора. Аҙыҡ-түлек буйынса өйәҙ комиссары булараҡ, ул йыш ҡына аҙыҡ-түлек мәсьәләһе буйынса тыуған яғына Украинаға бара. Шлиссельбург коммунаһы Петроград революционерҙарын шартлатҡыстар менән тәьмин итә, ә ҡыҙылгвардеецтар Жук етәкселегендә Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа һәм Ю.Эльфенгрен етәкселеге аҫтында Төньяҡ -Ингерманланд полкының һөжүмен кире ҡағыуҙа. Жук 1919 йылдың 25 октябрендә Грузино ауылы районында һәләк була[7], хәҙер Шлиссельбургтың үҙәк урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала оккупациялана (1941 йылдың 8 сентябре), шул уҡ ваҡытта ҡәлғә үҙе 500 көн дауамында героик оборона тота, немец ғәскәрҙәренә Неваның уң ярына сығырға мөмкинлек бирмәй. 1941 йылдың 25 сентябрендә ҡала районында Ладога хәрби флотилияһы караптары Шлиссельбург десантын төшөрә, ул һәләк була. 1943 йылдың 18 ғинуарында «Усаҡ» операцияһы барышында ҡала азат ителә. Шунда уҡ Нева аша ваҡытлыса тимер юл төҙөлә башлай. Был ваҡытта ул немецтарҙың даими уты аҫтында төҙөлә. Һуңыраҡ Нева аша ағастан бейек сваялы күпер төҙөлә[8]. Аҙыҡ-түлек менән беренсе состав Ленинградҡа 1943 йылдың инде 7 февралендә килә, төн эсендә күпер буйлап 20-25 поезд, һуңғараҡ — 35 поезға тиклем килә[9].
1944 йылдан 1992 йылға тиклем ҡала Петрокрепость исемен йөрөтә. 1996 йылда Киров районы составынан сыға һәм үҙаллы муниципаль берәмек була. 2006 йылдың 1 ғинуарынан яңынан Киров районына ҡала булараҡ инә
2010 йылға тиклем Шлиссельбург тарихи биләмә статусына эйә була, әммә 2010 йылдың 29 июлендә Мәҙәниәт министрлығы һәм Төбәктәр үҫеше министрлығының берлектәге 418/339 һанлы бойороғо менән ҡала был статустан мәхрүм ителә[10].
Remove ads
Географияһы
Ҡала райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Неваның һул ярында Ладога күленең башында урынлашҡан
Ҡаланан 41К-128 автомобиль юлдары (Шлиссельбург ҡалаһына) һәм 41К-127 (Шлиссельбург — Назия) башлана.
Район үҙәгенә тиклем ара — 6 км.
Санкт-Петербургҡа тиклем алыҫлыҡ — 50 км[11].
Халҡы
1825 буйынса алып 2019 йылдың үҙгәреүе (мең кеше)[12][13][14][15][16][17][18][19][20][21][22][23][24][25][26][27][28][29][30]:2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 802 Рәсәй Федерацияһының 1112[31] ҡалаһы араһында [32] 375-се урында була
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 793-сө урында тора.
Иҡтисады
Ҡаланың төп предприятиеһы — Нева карап-суднолар ремонтлау заводы — 1913 йылда нигеҙ һалынған. Предприятиеның эшмәкәрлек йүнәлештәре — төҙөлөш, ремонт һәм флотты техник хеҙмәтләндереү
Транспорт
Санкт-Петербург менән Шлиссельбургты автобус маршруттары бәйләй
Сәтләүек ҡәлғәһенә һәм Морозов исемендәге ҡасабаға тиклем һыу юлы эшләй
Иҫтәлекле урындар
- «Ленинград блокадаһын өҙөү» музей-ҡурсаулығы
- «Сәтләүек» ҡәлғәһе — Санкт-Петербург тарихы музейы филиалы
- Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- «Бөйөк һуғыш шаңдауы» хәрби-техник музей экспозицияһы[33]
- Пётр I һәйкәле
- Благовещен соборы
- Никола сиркәүе
- Иҫке Ладога каналы
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 20 февралендә сыҡҡан «Федераль тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлеген (рәсәй) раҫлау тураһында» № 176 Указы менән архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы индерелә:
- Ҡыҙыл майҙан ансамбле, XVIII—XIX быуат:
- Благовещен соборы, 1764—1818 йй.
- Никола сиркәүе, 1770—1853 йй.
- Сиркәү, 1864 й.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

