Ҡошсо

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡошсо
Remove ads

Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.

Ҡыҫҡа факттар Һаны һәм йәшәгән урыны, Тел ...
Remove ads

Аралар

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт.

Этнонимы

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Тарихы

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Урынлашыуы

Remove ads

Ауылдарҙа халыҡ һаны

Ревиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса

Ентеклерәк мәғлүмәт Ауылдар ...
Remove ads

Арҙаҡлы ҡошсолар

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы

  1. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы — 2005
  2. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы — 2017

Академиктар

  1. Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993),
  2. Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
  3. Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)

Фән докторҙары

  1. Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы — биология фәндәре докторы (2019)
  2. Зарипов Айрат Янсур улы — философия фәндәре докторы (2005)
  3. Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — филология фәндәре докторы (1981)

Афған һуғышында һәләк булған яуғиҙар

  1. Ғәзизов Раян Нариман улы (14.4.1960—5.5.1981), Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Һөләймән ауылы, 1980 йылдың февраленән Афғанстанда. Рядовой, уҡсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
  2. Нафиҡов Хәмит Мөғин улы (20.12.1960—15.08.1984), Свердловск өлкәһе, Түбәнге Серге районы, Өфө-Шигер ауылы, 1982 йылдың ноябрен Афғанстанда. Лейтенант, Спезназ төркөмө командиры. Ленин ордены менән бүләкләнгән.
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads