Өпәй
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Өпәй — башҡорт ҡәбиләһе. Әйле башҡорттары ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына керә.
Этноним
Этнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, «өпәй» этнонимы башҡа Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Европа төрки халыҡтары араһында осрамай[2]. Р. З. Йәнғужинға ярашлы был этноним сыуаштарҙа билдәле[1]
Тарихы

Өпәй ҡәбиләһенең тарихы көнбайыш Урал алды менән тығыҙ бәйле. XIII—XVI быуаттарҙа, башҡорттарҙың һуңғы күсенеше процесстары осоронда, улар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә һәм Әй йылғаһы бассейнында таралып ултыра. Өпәйҙәрҙең бәләкәй төркөмдәре әле XIX быуатта Ыҡ йылғаһы бассейнында йәшәгән башҡорттар араһында йәғни бынан Көньяҡ Уралға киткән түңгәүер ҡәбиләһе составында һаҡланып ҡалған[2].
Ҡатай, ҡошсо, дыуан һәм һыҙғы ҡәбиләләре өпәйҙәргә күрше була. XVII—XVIII быуаттарҙа ҡәбилә ерҙәре Көңгөр ҡалаһы киңлегенә ҡәҙәр барып еткән[1].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Өпәй улусын барлыҡҡа килтерә. Был улус Себер даруғаһы составында була. Һуңыраҡ Өпәй улусы ерҙәре Красноуфимск, Троицк өйәҙҙәренә ҡарай (XIX быуат уртаһында 1 меңгә яҡын өпәйле иҫәпләнгән). 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2‑се, 3‑сө (4‑се Көнбайыш, 5‑се) башҡорт кантондарына ҡарай[1]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай Өпәй улусы составында 93736 дисәтинә ер була[3].
Remove ads
Урынлашыуы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads