Академик экспедициялар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Академик экспедициялар
Remove ads

Академик экспедицияларРәсәй империяһының тәбиғәтен һәм халыҡтарын өйрәнеү һәм тасуирлау өсөн комплекслы фәнни экспедициялар. 1760 йылдан М. В. Ломоносов инициативаһы һәм планы буйынса Санкт-Петербургтағы Император фәндәр һәм художество академияһының География департаменты тарафынан ойошторола.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт ...
Thumb
1760 йылда М. В. Ломоносов тарафынан билдәләнгән академик экспедицияларҙың маршруттары
Remove ads

Беренсе экспедиция

Беренсе Академик экспедиция тип Бөйөк Төньяҡ экспедиция барышында Академик отрядтың эшмәкәрлеген атайҙар. Уның барышында Аляска, Алеут утрауҙары, Тымыҡ океан ярҙары һәм башҡа ерҙәр өйрәнелә һәм картаға төшөрөлә.

  • С. П. Крашенинников Камчатка ярымутрауын өйрәнә,
  • Г. Ф. Миллер һәм И. Г. Гмелин Себерҙең тарихы, географияһы, этнографияһы, флораһы һәм фаунаһы тураһында мәғлүмәттәр йыйған.

Икенсе экспедициялар серияһы

1768 йылдан 1774 йылға тиклем М. В. Ломоносов программаһын дауам итеп бер нисә академик экспедициялар уҙғарыла, уларҙың маҡсаты — Рәсәй империяһын барлыҡ яҡтан өйрәнеү була.

Экспедицияла П. С. Паллас етәкселегендә биш отряд була[1], уларҙың етәкселәре:

Рәсәйҙең Европа өлөшө, Волга буйы, Урал, Кавказ, Каспий диңгеҙе буйы, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер өйрәнелә, тикшерелгән региондарҙың тәүге фәнни тасуирламалары баҫылып сыға[2].


1769—1770 йылдарҙа И. И. Лепёхин, П. С. Паллас, И. П. Фальк етәкселегендәге Ырымбур физик экспедицияһы тарихи Башҡортостанды комплекслы өйрәнә. Был экспедицияла шулай уҡ И. И. Георги, Н. П. Рычков һәм башҡалар ҡатнаша. Экспедиция барышында алынған географик, геологик, топографик һәм башҡа мәғлүмәттәр, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон анализлау нигеҙендә төбәктең иҡтисади мөмкинлектәренә фәнни баһа бирелә. Экспедициялар барышында тау тоҡомдары коллекцияһы төҙөлә, Көньяҡ Уралдың үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү башлана. Паллас һәм Рычков Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығын тасуирлай. Шулай уҡ экспедиция барышында археологик, тарихи һәм этнографик материал туплау алып барыла, башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүреше, йолалары һәм дини ҡараштары, хужалығы, малсылыҡ, игенселек һәм кәсеп үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәттәр туплана.

1769 йылда рус армияһы поручигы Х. Л. Эйлер, академия адъюнкты Л. Ю. Крафт ктәкселегендәге Ырымбур астрономик экспедицияһы Өфө, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе һәм башҡа торама пункттарҙың географик координаталарын билдәләй, шулай уҡ географик һәм метеорологик күҙәтеүҙәр уҙғара.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads