Варшава Килешеүе Ойошмаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Варшава килешеүе (Дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү) 1955 йылдың 14 майында ҡабул ителгән документ. Был документ Советтар Союзы етәкселегендә Европалағы социалистик илдәрҙең хәрби союзына (Варшава Килешеүе Ойошмаһы-Организации Варшавского договора ,ОВД), 36 йыл дауамында донъяла йәшәп килгән ике полюслы тәртипкә нигеҙ һала (биполярный мир). Был килешеү Германия Федератив Республикаһының НАТО-ға ҡушылыуына яуап итеп төҙөлә (союзниктар килешеүе буйынса, һуғыштан һуң Германия нейтраль статус һаҡларға тейеш була)[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10].

Был килешеү 1955 йылдың 14 майында Варшавала үткән Европала тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса Европа дәүләттәре кәңәшмәһендә Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы, Болгария Халыҡ Республикаһы, Венгрия Халыҡ Республикаһы, ГДР, Польша Халыҡ Республикаһы, Румыния Социалистик Республикаһы, СССР һәм Чехословакия етәкселәре тарафынан төҙөлә.
1985 йылда Варшава Килешеүе Ойошмаһы Хәрби Көстәрендә — 7 562 987 хеҙмәткәр, 1990 йылда — 6 960 700 хеҙмәткәр була.
Килешеү 1955 йылдың 5 июнендә көсөнә инә, 1985 йылдың 26 апрелендә элекке килешеүҙең ваҡыты үткәндән һуң, тағы 20 йылға оҙайтыла.
1989—1990 йылдарҙа Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрендә коммунистик режимдар юҡҡа сыҡҡас, Варшава Килешеүе Ойошмаһын һаҡлап алып ҡалыу мөмкин булмай. 1991 йылдың 25 февралендә Варшава килешеүенә ингән илдәр хәрби берләшмәгә ингән берәмектәрҙе бөтөрөргә ҡарар итә, 1991 йылдың 1 июлендә Прагала был Килешеүҙе тулыһынса ғәмәлдән сығарыу тураһында Протоколға ҡул ҡуя[11].
Remove ads
Ойошмаға ингән илдәр
Был ойошмаға һигеҙ социалистик ил ингән:
Remove ads
Килешеү шарттары
Килешеү преамбула һәм 11 статьянан тора. Килешеү шарттарына һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставына яраҡлы, Варшава Килешеүе дәүләттәре халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көс ҡулланыуҙан баш тартырға тейеш, ниндәй ҙә булһа дәүләт был килешеүгә ингән берәй дәүләткә һөжүм иткән хәлдә, килешеүгә ингән илдәр бар мөмкинлегенән сығып, союздашына ярҙам итергә, хатта хәрби көстәр ҡулланырға ла хоҡуҡлы була.
Етәксе органдар
- Политик консультатив комитет (ПКК) — ойошманың юғары коллектив органы. Консультациялар һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн булдырылған.
- Берҙәм хәрби көстәренең берҙәм командованиеһы (ОКВС) — хәрби көстәрҙең үҙ-ара хәрби хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү һәм Варшава Килешеүе ойошмаһы илдәренең оборонаһын нығытыу өсөн булдырылған.
- Штаб (штаб-квартира) — ойошманың штабы Мәскәүҙә урынлаша.
Ойошманың хәрби етәкселәре

Варшава Килешеүе илдәренең Берҙәм хәрби көстәре баш командующийҙары
- 1955—1960 — И. С. Конев — Советтар Союзы маршалы,
- 1960—1967 — А. А. Гречко — Советтар Союзы маршалы,
- 1967—1976 — И. И. Якубовский — Советтар Союзы маршалы,
- 1977—1989 — В. Г. Куликов — Советтар Союзы маршалы,
- 1989—1991 — П. Г. Лушев — армия генералы.
Варшава Килешеүе илдәренең Берҙәм хәрби көстәре штабы начальниктары
- 1955—1962 — А. И. Антонов — армия генералы,
- 1962—1965 — П. И. Батов — армия генералы,
- 1965—1968 — М. И. Казаков —армия генералы,
- 1968—1976 — С. М. Штеменко —армия генералы,
- 1976—1988 — А. И. Грибков — армия генералы,
- 1989—1991 — В. Н. Лобов —армия генералы.
Айырым билдәләре
- Тыныслыҡ һәм социализм союзы
- Ҡорал буйынса берҙәмлек, «За дальний поход на ЮГ» (1970 йыл)
- ЩИТ-72 Берләштерелгән күнегеүҙәр (1972 йыл)
- Варшава килешеүен ойоштороуға 25 йыл (1980 йыл)
- Варшава килешеүе Хәрби-һауа көстәре
- Болгарияла ЩИТ-82 Берләштерелгән күнегеүҙәр
(1982 г.) - Варшава килешеүен ойоштороуға 30 йыл (1985 йыл)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads