Глыбочко Пётр Витальевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Петр Витальевич Глыбочко (21 июль 1964, Кувшиново ауылы, Брянск өлкәһе) — Рәсәй табип-урологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2016). 2010 йылдың 15 июненән — И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университеты ректоры. (2010 йылдың 24 мартынан алып вазифаһын башҡарыусы). 5 халыҡ-ара конференция делегаты[2]. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы[3]. Рәсәй урологтары йәмғиәтенең йыл һайын үткәрелгән конгресының ойоштороу комитеты ағзаһы[4].
Remove ads
Биографияһы

IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләү. Мәскәү, Кремль, 21 май 2015 йыл
1991 йылда Һарытау медицина институтын тамамлай. 1996-2002 йылдарҙа Һарытау медицина университетының урология кафедраһында уҡыта (ассистент, доцент, профессор, кафедра мөдире)[5], бер үк ваҡытта — Һарытау өлкәһе һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы[6].
2002 йылдың 14 июнендә В. И. Разумовский исемендәге Һарытау дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайлана. Фундаменталь һәм клиник уронефрология ғилми-тикшеренеү институтын ойоштора[7].
2010 йылдың 24 мартында И. M. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә; 2010 йылдың 15 июнендә И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайлана[8].
Уронефрология һәм кешенең репродуктив сәләмәтлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй медицина һәм фармацевтика университеттары ректорҙары Советы рәйесе, Рәсәй ректорҙар союзы вице-президенты, Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы рәйестәше. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса Совет ағзаһы (2013-2020), 2018 йылдан Совет Президиумы составына инә.
2022 йылдың 6 мартында Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүенән һуң Президент Владимир Путиндың ғәмәлдәрен яҡлап хатҡа ҡул ҡуя[9].
Remove ads
Фәнни эшмәкәрлеге
1996 йылда «Функциональные свойства тромбоцитов и антиагрегационная активность сосудистой стенки у больных гестационным пиелонефритом» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссртацияһы яҡлай. 2001 йылда — «Оптимизация лечения больных с доброкачественной гиперплазией предстательной железы, сочетанной с сенильным остеопорозом» темаһына докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.
Рәсәй Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (28.4.2005)[10], Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2014), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2016).
150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 9 монография, 10 дәреслек һәм уҡытыу-методик әсбап, 38 уйлап табыу, 6 файҙалы модель авторҙашы. Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы эксперт советы ағзаһы.
Remove ads
Ғаиләһе
Ҡатыны — Галина Хәмит ҡыҙы Глыбочко, медицина фәндәре кандидаты (2007)[11].
- өс балаһы бар[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены
- Почет ордены
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәхмәте
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» түш билдәһе.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads