Журавлёва Светлана Евгеньевна

спортсы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Журавлёва Светлана Евгеньевна (7 апрель 1960 йыл) — спортсы. 1984—1991 йылдарҙа СССР-ҙың парашют спорты буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Светлана Евгеньевна Журавлёва 1960 йылдың 7 апрелендә Горький ҡалаһында тыуған. Күренекле химик-ғалим Е. Ф. Журавлёвтың ҡыҙы[1]. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса биолог. Светлана Журавлева бала саҡтан спорт менән мауыға. Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы, авиация-техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А. К. Котенков). Парашют спорт төрө буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1984—1991). 1999 йылда «Синтаксономическое обоснование выбора охраняемых растительных сообществ: На примере некоторых сообществ Республики Башкортостан» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. Мәскәү физика техник институтының молекуляр һәм биологик физика факультетында эшләй, биохимия физикаһы кафедраһы доценты [3].

Remove ads

Парашют спортында ҡаҙаныштары[1]

  • Айырым күнекмәләр буйынса РСФСР-ҙың абсолют чемпионы (1991);
  • Ете тапҡыр СССР чемпионы (1985, 1986, 1987, 1988, 1989, 1990, 1991);
  • Ике тапҡыр СССР халыҡтары спартакиадаһы чемпионы (1991);
  • РСФСР (1988—1991) чемпионы;
  • СССР чемпионаты призеры (1987);
  • РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1990) көмөш призёры;
  • «Крылья Родины» журналы призына халыҡ-ара ярыштарҙың аболют еңеүсеһе (1988;
  • Болгарияла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе (София, 1988);
  • 1000 м бейеклектән билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса төркөмләп һикереүҙә донъя рекордсыһы (1988).
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads