Карино (Силәбе өлкәһе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Карино (Һеңрән, рус. Карино) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Remove ads
География
Сәнәр йылғаһы (Иҫәт ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарих
Ауылға һеңрән ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә[2]. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы составында.
Халҡы
1816 | 1834 | 1859 | 1920[2] |
---|---|---|---|
80 | 93 | 142 | 213 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (83%) йәшәй[4].
Билдәле шәхестәре
- Ҡасимов Фәрғәт Фәтҡулла улы — кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads