Копылов Игорь Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Игорь Александрович Копылов (28 февраль 1939 йыл5 октябрь 2002[1]) — СССР һәм Рәсәй шахматсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры (1966), ИКЧФ гроссмейстеры (1988).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Игорь Александрович Копылов 1939 йылдың 28 февралендә Балахнала тыуа. Һөнәре буйынса журналист һәм фотохәбәрсе. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай (1962)[2]. Оҙаҡ йылдар Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең (УППО) «Приборостроитель» күп тиражлы гәзите мөхәррире була[1].

Шахмат менән В. М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында тренер Л. К. Фроловта шөғөлләнә башлай.

Бер нисә тапҡыр РСФСР чемпионаттарында һәм СССР чемпионатының ярым финалында ҡатнаша.

Игорь Александрович Копылов хат аша уйындарҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. СССР-ҙың 17-се чемпионатында еңеү яулай (1986—1988). СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионаты (ситтән тороп Олимпиада, 1987—1989) һәм Европаның команда чемпионаты еңеүсеһе (1986—1988). РСФСР-ҙың йыйылма командаһы составында 6-сы СССР команда чемпионатында еңеү яулай, ике тапҡыр СССР команда чемпионаты призеры, даими рәүештә үҙ таҡтаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Хат буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша.

Спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була.

Игорь Александрович Копылов 2002 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Remove ads

Спорт һөҙөмтәләре

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Ҡала ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads