Крагуевац

From Wikipedia, the free encyclopedia

Крагуевац
Remove ads


Крагуевац (сер. Крагујевац , һүҙ боронғо славяндарҙан крагуй «ҡарсыға, ыласын») — ҡала . Сербия Шумадия административ төбәгенең баш ҡалаһы. Сербияның халыҡ һаны буйынса дүртенсе ҡалаһы: 193 390 кеше (биҫтәләре менән 211 580 кеше). Белградтан көньяҡҡа табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Крагуевац — сәнәғәт һәм фәнни үҙәк. Шулай уҡ Чачак, Кралево, Ужице, Ягодины, Крушевац һәм Смедерево, Пожаревац, Косово ҡалалары өсөн макро төбәк үҙәге. 1990 йылға тиклем Югославияның иң үҫешкән ҡалаларының береһе була (5-се ҡала иҫәп буйынса), унан алда бары тик Словения ҡалалары ғына тора. Әммә 1990 йылда хәле ҡатмарлаша.

Remove ads

Тарих

Thumb
Ҡала үҙәге.

1476 йылда төрөк документы "Крагуйофча"ла беренсе тапҡыр телгә алынған. Ул саҡта бында 32 йорт була.

1815 йылда төрөк хакимлығынан азат ителә. Сербия дәүләтенең яңы ваҡыттағы баш ҡалаһы (1818—1841). Бында серб беренсе гимназияһы һәм лицейы, тәүге суд, беренсе театр, серб телендә баҫылған тәүге гәзит була. XIX быуат урталарында сәнәғәт үҫешә (1853 йылда беренсе пушка ҡойола).

Беренсе бөтә донъя һуғышында, Белград оккупацияла булыу менән бәйле, тағы күпмелер ваҡыт баш ҡала була.


1941 йылдың 21 октябрендә немец ғәскәрҙәре, Тито ғәскәрҙәренең урындағы 70 немец һалдатын һәм офицерын юҡ иткәненә үс итеп, 7000 кешене атып үлтерә, улар араһында 300 тирәһе гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары була. Урамда үтеп барған кешеләрҙе туранан-тура тотоп үлтерәләр. Ошо ваҡиғаға серб шағирәһе Десанка Максимовичтың «Ҡанлы әкиәт» йыры яҙылған. Был фажиғә бер нисә тапҡыр һуғыш тураһындағы кинофильмдарҙа күрһәтелгән. Фажиғә урынында хәҙер һәйкәл һәм музей тора.

Шулай уҡ Марк Бернес башҡарыуында Я. А. Френкелдең В. Лифшиц һүҙҙәренә яҙылған «Һуңғы дәрес» йыры билдәле.

Remove ads

Хәҙерге заман

  • Ҡорал эшләү традицияларын Крагуевацтағы Застава Оружие компанияһы дауам итә.

Топографик карталар

Туғанлашҡан ҡалалар

  • Словакия Тренчин

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Княжеско-сербский театр

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads