Лазарев Николай Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Лазарев Николай Иванович (18 июль 1926 йыл — 28 ғинуар 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк бригадаһының автоматсылар батальоны автоматсыһы, өлкән сержант (1945). Советтар Союзы Геройы (1990).
Башҡорт ерендә тыуған аҙаҡҡы Советтар Союзы Геройы[1].
Remove ads
Биографияһы
Николай Иванович Лазарев 1926 йылдың 18 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Ҡарама утарында[2] рус крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда ғаилә раскулачить ителә һәм Себергә һөргөнгә Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһы эргәһендәге Толзос биләмәһенә һөрөлә.
1943 йылдың сентябренән Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1944 йылдың июленән алып.
1944 йылдың 18 сентябрендә 24-се танк бригадаһының моторлаштырылған батальонының автоматсыһы (2-се Балтик буйы фронты, 3-сө удар армия, 5-се танк корпусы,) Латыш ССР-ндағы Скудрес торама пункты өсөн алышта[3] дошмандың ауыр танкылар ярҙамында үткәрелгән контратакаһын кире ҡағып, танкыға ҡаршы граната менән алда килгән «Тигр»ҙы сафтан сығара һәм батальондың уңышын тәьмин итә. 1944 йылдың ноябрендә Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә, әммә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән наградлана (16 ноябрь 1944).
1945 йылда өлкән сержант званиеһында демобилизациялана һәм Новокузнецк ҡалаһындағы «Коммунар» кинотеатрында (1947—1948) эшләй. Металлургия техникумын тамамлағандан һуң, Новокузнецк Металл эшкәртеү, Көнбайыш-Себер Металл эшкәртеү заводтарында эшләй.
1953 йылдан — КПСС ағзаһы.
Һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Подольск райoны Шишкин Лес ҡасабаһында йәшәй. 1985 йылдан — СССР Министрҙар Агросәнәғәт комплексы Советы ҡарамағындағы комиссияла өлкән инженер (Мәскәү өлкәһе).
1990 йылдың 5 майында СССР Президенты указы менән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Лазарев Николай Ивановичҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены (460046-сы һанлы) һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (11606-сы һанлы) тапшырыла.
Шишкин Лес ҡасабаһында вафат була. Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында ерләнгән.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- Советтар Союзы Геройы (1990);
- Ленин ордены (1990);
- ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945, 1985);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945);
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (16 ноябрь 1944);
- миҙалдар.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылында Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Советтар Союзы Геройы Лазарев Николай Ивановичҡа стендтарҙың береһе арналған.
Әҙәбиәт
- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads