Оло Глушица районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Оло Глушица районы
Remove ads

Оло Глушица районы (рус. Большеглушицкий район) — Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан муниципаль район.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Административ үҙәге — Оло Глушица ауылы.

Remove ads

Географияһы

Район Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм көньяҡ дала зонаһына керә. Һамар өлкәһенең Алексеев, Нефтегорск, Волжск, Красноармейск, Пестравск, Оло Чернигов райондары һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.

Майҙаны — 2534 км².

Районда Оло Ырғыҙ йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Кәрәлек, Оло Глушица, Журавлиха, Таловка йылғалары аға.

Климаты — континенталь һәм ҡоролоҡло.

Тарих

1862, 1871 һәм 1872 йылдарҙа Кәрәлек йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт йәйләүҙәрендә билдәле урыҫ классигы Лев Николаевич Толстой үҙенең һаулығын ҡымыҙ менән дауалай.

Район 1928 йылда барлыҡҡа килгән.

Халыҡ һаны

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 20 389 кеше иҫәпләнгән[1].

Районда бөтәһе 33 торлаҡ пункты бар.

1989 йылда уҙғарылған Бөтә Союз халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 972 башҡорт иҫәпләнгән, уларҙың күпселеге Таш-Күстән һәм Моратша ауылдарында йәшәгән[1]. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар шулай уҡ Южный ҡасабаһында ла күпләп йәшәйҙәр[2].

Административ бүленеш

Оло Глушица районы составына 8 ауыл биләмәһе керә.

Күренекле кешеләр

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads