Пидгрушная Елена Михайловна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пидгрушная Елена Михайловна (укр. Олена Михайлівна Підгрушна; 9 ғинуар 1987 йыл) — Украина биатлонсыһы, эстафетала 2014 йылғы олимпия чемпионы, 2013 йылдың Нове-Место-на-Моравецтағы спринтта[2] донъя чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 5 тапҡыр Европа чемпионы, 2009 йылдың эстафетаһында Европа чемпионы, Европа чемпионаты юниорҙар араһында (2007; эстафета) көмөш призеры, донъя чемпионаты юниорҙар араһында (2006, индивидуаль югереү) бронза призеры, биатлон буйынса эстафеталарҙа донъя Кубогы этаптары еңеүсеһе һәм призеры.
II һәм III дәрәжәләге княгиня Ольга ордены менән наградланған[3][4].
Remove ads
Биографияһы
Елена Михайловна Пидгрушная 1987 йылдың 9 ғинуарында Польшалағы Легницала тыуа. «Колос» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Беренсе һәм хәҙерге тренеры — Игорь Починок, йыйылма команда тренеры — Евгений Колупаев. Спорт ҡаҙаныштары араһында —Оберхофта (эстафета) донъя Кубогы этабы еңеүсеһе, юниорҙар һәм 2006 йылғы үҫмерҙәр араһында Донъя чемпионаты бронза призеры, 2007 йылғы ҡатын -ҡыҙ юниорҙар араһында Европа чемпионаты көмөш призеры, эстафета командаһы составында 2009 йылдағы Европа чемпионаты (Уфа, Рәсәй) алтын медалисы, эстафета командаһы составында 2010 йылдағы Европа чемпионаты (Отеля, Эстония) көмөш медалисы, 2016 йылда Кэнморҙа (Канада) спринт буйынса еңеүсе.
2011 йылдағы Донъя чемпионатында Ханты-Мансийскиҙа 4х6 км эстафетаһында көмөш алды, әммә Оксана Хвостенко антидопинг ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн Халыҡ -ара биатлонистар союзы украин ҡатын — ҡыҙҙар дүрт кешенән торған эстафета командаһын икенсе урындан мәхрүм итте[5].
Тернополь милли педагогика университетын (физик культура һәм спорт уҡытыусыһы) тамамлай.
Шөғөлдәре — сигеү.
2013 йылда Юғары рада депутаты Алексей Ҡайдуға кейәүгә сыға[6]. Шул уҡ йылда эстафета командаһы составында биатлон буйынса донъя кубогының икенсе этабы еңеүсеһе була.[7]
Сочиҙағы Олимпия уйындарынан һәм Евромайҙандан һуң алды спортта пауза алды һәм паузу һәм Львов эске эштәр дәүләт университетынан эштән сыҡты.[8] 2014 йылдың апрель айынан — ↑Украина йәштәр һәм спорт министры урынбаҫары.
2015 йылдың 26 мартында биатлонға кире ҡайтырға ҡарар итте һәм Украина йәштәр һәм спорт министры урынбаҫары посын ҡалдырҙы ↑[9].
Remove ads
Олимпия уйындары
Европа чемпионаттарында сығыш яһауы
[*] — юниор ярыштары
Донъя Кубогындағы сығыштары
- Донъя кубогында дебюты— 2 мар, 2007 йыл,
Контиолахти, спринт — 44 урын.
- Очко зонаһына беренсе мәртәбә эләгеүе— 4 декабрь, 2008 йыл, [./Файл: Flag_of_Sweden.svg
] Эстерсунд, индивидуаль ярыш — 27 урын.
- Беренсе подиум / беренсе еңеү — 7 ғинуар, 2009 йыл, [./Файл: Flag_of_Germany.svg
] Оберхоф, эстафета — 1 урын.
- Беренсе шәхси подиум — 1 декабрь, 2012 йыл, [./Файл: Flag_of_Sweden.svg
] Эстерсунд, спринт — 2 урын.
Донъя Кубоктарында урындары
Донья Кубогы этаптарындағы подиумдары
Сығыштарының һөҙөмтәләре
Таблицала биатлон сезоны яраштарындаспортсмендың яулаған урындары күрһәтелгән.
Инд — индивидуаль ярыш
Пр — эҙәрлекләү ярышы
Спр — спринт
МС — масс-старт
Эст — эстафета
См — ҡатнаш эстафета
СМ — айырым ҡатнаш эстафета (супер микст)
DNS — спортсы күрһәтелгән, ләкин ҡатнашмаған
DNF — спортсы старт алған, ләкин финишҡа барып етмәгән
LAP — спортсы ярыш барышында (эҙәрлекләү һәм масс — старттар ярыштары) бер кругтан ашыу лидерҙан ҡалышҡан һәм трассанан алынған
DSQ — спортсы дисквалифицикацияланған
— − спортсы был ярышта ҡатнашмаған
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads