Поморҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Поморҙар — хәҙерге Рәсәй Федерацияһының төньяҡ-көнбайышындағы Аҡ һәм Баренц диңгеҙе буйы территорияларында элек-электән йәшәп килгән, һаны буйынса ҙур булмаған, әммә үҙенең этнографик һәм этнодини төркөмө буйынса рус халҡына ҡараған халыҡтарҙың йыйылма атамаһы, улар Аҡ һәм Баренц диңгеҙе буйында, шулай уҡ Мезень, Печора, Онега һәм Төньяҡ Двина йылғаларының төньяҡ ярҙарында йәшәгән халыҡтар йыйылмаһы. Помор субэтносы был территрияларҙа йәшәгән ике төрлө халыҡтаҙың ҡушылыуынан килеп сыҡҡан: беренсенән, славяндар — Новгородта һәм, икенсенән, Псковтан һәм Рәсәйҙең Аҡ диңгеҙ төньяғында йәшәүсе боронғо аҙ һанлы фин-уғыр халыҡтарынан барлыҡҡа килгән. Поморҙарҙың этник сығышы тураһындағы мәсьәлә әлеге көндәрҙә лә бәхәсле булып ҡалыуын дауам итә[⇨].

Этнохороним, бәлки, Аҡ диңгеҙҙең көнбайыш ярындағы Онега ҡалаһынан алып Кемь ҡалаһына тиклем торған Поморский ярының исеменән барлыҡҡа килгәндер[1] тип фараз ителә. Этникон «помор», моғайын, XVIII быуат аҙағында ҡулланыла башлаған. XIX быуат аҙағында бында, Төньяҡ-көнбайышта балыҡсылыҡ һәм ҡырағай йәнлектәр тотоу сәнәғәте һәм кәсебе менән булышыусыларҙы поморҙар атағандар, улар башлыса Архангельск губернаһының Архангельск, Мезень, Онега, Кемский һәм Кольский өйәҙендә йәшәгән, Мурманға һәм Төньяҡ Норвегияға балыҡ тотоп кәсеп итергә йөрөгән[2]. Традицион помор мәҙәниәтенең тарихи вариҫтары итеп һәм поморҙар тип хәҙерге ваҡытта Аҡ һәм Баренц диңгеҙе ярҙарында, Мезень, Төньяҡ Двина, Онега һәм Печора ағымы тирәһендә йәшәгән кешеләрҙе атайҙар[3]. Помор халыҡтарының һөйләшеүе лә, кейемдәре лә рус халҡына ныҡ оҡшап торһа ла, үҙенсәлекле, бында һуҙынҡыларҙы бик ныҡ һуҙып, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә "О" ҡулланып һөйләү хас, ә кешеләрҙең кейемдәре иһә ҡырыҫ төньяҡ климаты үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тегелгән, кешеләрҙең ҡылығына ла ҡырыҫлыҡ, тыйнаҡлылыҡ хас. Мәҙәниәттәре лә урыҫ мәҙәниәтенә оҡшаш, халыҡ йырҙары оҙон көйҙәрҙән ғибәрәт. Хәҙерге көндәрҙә лә бындағы помор халҡы башлыса балыҡ тотоу һәм диңгеҙ йәнлектәрен тотоу кәсебе менән шөғөлләнә.
Remove ads
Һылтанмалар
Поморҙарҙың йәнле һөйләү теле — рус теленең помор һөйләше. Поморский һөйләшенә түбәндәге билдәлдәр хас билдәләре түбәндәгеләр:
- Помор кәсебе. XХ быуат башында
- Помор йәйге кейемдәре. XХ быуат башында
- Помор ҡышҡы кейемдәре. XХ быуат башында
- Поморҙар. XХ быуат башында
- Крәҫтиән ғаилә байрамы. Аҡ диңгеҙ буйы. XХ быуат башында
- Поморҙар. XХ быуат башында
- Поморҙар. XХ быуат башында
- Поморҙар. ХХ быуат башында
Теле һәм телмәр мәҙәниәте

- оканье һәм фонетикала һуҙынҡыларҙың оҙонлоғо, был фин-уғыр телдәренә оҡшаған;
- боронғо рус теленән тороп ҡалған һүҙҙәрҙең күплеге (уның новгород һөйләшендә бигерәк тә);
- ҡылым формаларының аористик ҡайһы бер үҙенсәлектәре.
Remove ads
Иҫкәрмә
Карта һәм атластар (тарихи)
Әҙәбиәт
Карта һәм атлас (хәҙерге заман)
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads