Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр комплексы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге һәм уға бәйле һәйкәлдәр төркөмө (ингл. Historic Centre of Saint Petersburg and Related Groups of Monuments) — Рәсәйҙә (һәм СССР-ҙа) ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының беренсе объекты. Ул Бөтә донъя мираҫы һәйкәлдәре исемлегенә Бөтә донъя мираҫы комитетының 14-се сессияһында башҡа дүрт совет һәйкәле (Мәскәү Кремле һәм Ҡыҙыл майҙан, Изге София соборы һәм Киев-Печёра лавраһы, Кижи погосты, Ичан-Кала) менән бергә индерелә.
Remove ads
Әһәмиәте
«Санкт-Петербургтың тарихи үҙәге» объекты ЮНЕСКО-ның территорияһында әүҙем хужалыҡ алып барылған һәм йөҙҙәрсә мең кеше йәшәгән ҙур мәҙәни-тәбиғи ландшафтҡа һәйкәл статусы биреүҙең тәүге тәжрибәләренең береһе була. Уға хатта Петербург үҙәге менән бәйләнеше булмаған да тиерлек, мәҫәлән, Ладогалағы боронғо Орехов ҡәлғәһе һәм Линдулов урманы инә. Ҡала яны зонаһы үҙ эсенә һарай-парк комплексын ғына түгел, тәбиғи ландшафтты һәм сәнәғәт һәйкәлдәрен (Сестрорецк ҡорал заводы) һ.б. ала. Хәҙерге ҡала ландшафтының шундай һуҙылған участкаларын консервациялау ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Быны Эльба аша яңы күпер төҙөгәндә шундай уҡ ландшафтлы исемлектән Эльба үҙәне менән Дрезденды (2009) алып ташлау ҙа раҫлай.
2012 йылда Санкт-Петербург Хөкүмәте «2013-2018 йылдарға Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан „Конюшенная“ һәм „Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия“ территорияларын һаҡлау һәм үҫтереү» маҡсатлы программаһын раҫлай.
Санкт-Петербургтың планлаштырыуҙың программалы-маҡсатлы ысулына күсеүе һөҙөмтәһендә 2014 йылда Тарихи үҙәкте һаҡлау программаһы 2014 йылдың 30 июнендә 6 йылға ҡабул ителгән «Санкт-Петербург территорияларының иҡтисади һәм социаль үҫеше» дәүләт программаһының бер өлөшөнә әйләнә. Дәүләт программаһы үтәлеше өсөн Санкт-Петербургтың Иҡтисади сәйәсәт һәм стратегик планлаштырыу буйынса комитеты яуаплы. Программаны тормошҡа ашырыуҙа төп эксперт-консультация органы булып Санкт-Петербург Хөкүмәте ҡарамағындағы Санкт-Петербургтың тарихи үҙәгетерриторияларын һаҡлау һәм үҫтереү советы тора.
Программа сиктәрендә тарихи үҙәктең ике биләмәһе бүленгән: «Конюшенная» һәм «Төньяҡ Коломна — Яңы Голландия».
Охта-үҙәге төҙөлөшө
Петербургта бейек Охта-үҙәк төҙөү планы ЮНЕСКО-ның ризаһыҙлығын тыуҙыра. 2007 йылдың июнендә Яңы Зеландияла ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитетының 31-се сессияһы үтә. Уның ҡарарында ҡатнашыусы илдең 2007 йылдың 18 ғинуарында һәм 2007 йылдың 5 мартында бирелгән «пландарҙың комитет талаптарына тура килмәүен һәм шулай уҡ бөтә объекттарҙың буфер зоналарының, шул иҫәптән Ленинград өлкәһен дә индереп, аныҡ сиктәре булмауын» билдәләй. Һәм Рәсәйҙең власть органдарына «эшкә ҡағылышлы барлыҡ материалдар һәм мәсьәләләр ҡаралып бөтмәйенсә һәм Бөтә донъя мираҫы объектына хәүеф яныуға төрлө яҡлап баһа бирелмәй тороп, проектты ғәмәлгә ашырыуҙы, шул иҫәптән эштәрҙе үткәреүгә рөхсәт биреүҙе лә индереп, туҡтатыуҙы» тәҡдим итә[3][4]. 2010 йылдың декабрендә Охта-үҙәк проекты билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла.
Remove ads
Урынлашыуы
Памятники Санкт-Петербурга и окрестностей |
Памятники Ленинградской области |
Remove ads
Составы
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

