Сураҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сураҡ (рус. Сураково) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Мөслим ауыл биләмәһе составына керә.
Remove ads
Тарих
Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Сураҡ ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы составында була[2].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы составында.
Remove ads
Халҡы
1795 | 1834 | 1866 | 1900[2] |
---|---|---|---|
69 | 122 | 455 | 686 |
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (91 %) йәшәй[4][5].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads