Ташкисеү (Ютазы районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ташкисеү — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Ютазы районы ауылы. Ташкисеү ауыл биләмәһе составына керә.
Remove ads
География
Ауыл Әтәмбәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнбайыштараҡ 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Ташкисеү — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1815 йылда Ҡырғыҙ улусы Аҡбаш ауылынан сыҡҡан 10 ғаилә тарафынан нигеҙләнгән[2]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бәйрәкә улусы составына керә.
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составында була[1].
Remove ads
Халҡы
1834 йылда ир енесле 105 йән керҙәш башҡорт йәшәй[2].
| 1834 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 105 | 297 | 370 | 407 | 326 | 290 | 234 | 160 | 172 | 182 |
Инфраструктура
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads