Трнава
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Трнава (словак. Trnava, нем. Tyrnau, венгр.Nagyszombat, лат.Tyrnavia) — көнбайыш Словакия ҡалаһы, Трнавка йылға буйында, Кесе Карпаттың көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Трнава — архиепископ резиденцияһы, шуға күрә уны йыш ҡына словак Римы тип атайҙар Халҡы — 70 мең самаһы кеше. Трнава — бер үк исемле Трнава крайының үҙәге
Remove ads
Тарихы
Тәүге тапҡыр ҙур булмаған Трнава игенселек ултырағы 1211 йылда эстергом архиепискобының хатында телгә алына. Трнава Словакияның биләмәһендә беренсе булып ҡала хоҡуҡтарын ала, 1238 йылда уларҙы Венгрия короле Бела IV бүләк итә. XIII быуатта Трнавала заманса һәм ҙур ҡәлғә төҙөлә. Трнаваның әһәмиәте тураһында нәҡ бында венгрия королдәре башҡа илдәрҙең королдәре менән осрашыуы тураһында факт һөйләй. Эстергом Архиепископлығының төрөктәрҙән ҡасып килеп бында күсеүе менән, Трнаваның әһәмиәте XVI быуаттата тағы ла нығына. Шулай итеп Братислава Венгрияның баш ҡалаһы, ә Трнава — дини ҡалаһы була.1635 йылда кардинал Петер Пазмань Трнава университетына (Венгрияла беренсе) нигеҙ һала, 1777 йылда ул императрица Мария Терезия бойороғо буйынса Будуға күсә һәм шулай итеп Будапешт университеты булып китә.
1787 йылда словак эшмәкәре Бернолак Антон Транвала ҡулланылған трнаво-подгор диалектына нигеҙләнгән әҙәби словак теленең беренсе вариантын кодификациялай.
1918 йылда Чехословакия ойошторолғандан һуң Трнава Словакияның сәнәғәт үҙәктәренең береһе була, ул әле лә иң ҙур үҙәге.
1943 йылдың сентябрендә Трнавала 15000 словак һалдатының ихтилалы була, уның сәбәбе булып словак армияһы баш командующийы Фердинанд Чатлошаның һалдаттарҙы немец формаһында кейендереп ПВО зенит расчеттарын комплектлау өсөн Германияға ебәреү тураһында бойороғо була. Гитлер ғәскәрҙәре менән һуғыш көнө буйы дауам итә, бирелгән словак һалдаттарын ҡоралһыҙландыралар һәм Германияға ебәрәләр. (Был хаҡтағы материал Бөйөк Британия киң мәғлүмәт сараларына һылтанып ТАСС тарафынан баҫылып сыға).
Remove ads
Климаты
Remove ads
Спорты
Ҡалала 2002 йылда шайба менән хоккей буйынса юниорҙар араһында сираттағы донъя чемпионаты үтә
Иҫтәлекле урындары
- Ҡәлғә
- Изге Иоанн Креститель соборы — Трнава архиепархияһының кафедраль соборы
- Непорочный Зачатие костёлы, XIII быуат
- Изге Николай соборы
- Изге Иаков костёлы
- Изге Елена костёлы
- Изге Иосиф костёлы
- Изге Анна костёлы
- Изге Троица костёлы
- Лютеран кирхаһы
- Синагога
- Барокко һәм ренессанс стилендәге күп һанлы йорттар һәм һарайҙар
- Изге Николай соборы
- Изге Анна костёлы
- Изге Иоанн Креститель
- Изге Троица костёлы
- Изге Иаков костёлы
- Изге Иосиф костёлы
- Изге Мария монастыры һәм костёлы
- Изге Елена костёлы
- Синагога
- Кирха
- Ҡала ҡәлғәһе
Remove ads
Туғандаш ҡалалар
Туғанлашҡан ҡалалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Людовик I Великий
- Подгорье
- Трнавский университет
- Альфред Ветцлер
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads