Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы
Remove ads

Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы (10 ғинуар 1915 йыл — 5 октябрь 2004 йыл) — йырсы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Төп мәғлүмәт, Тыуған ...
Remove ads

Биографияһы

Remove ads

Ижады

Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.

Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның «Кармен»ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.

Ентеклерәк мәғлүмәт Опера йәки музыкаль комедия, Композитор ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Спектакль исеме, Композитор ...
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
  • «Почёт Билдәһе» ордены.
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1953).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1969).

Мәғәфүр Хисмәтуллинға 1949 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», дүрт йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы», тағы ике йылдан — Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1965 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр, ә 1969 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Йырсы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.

Хәтер

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads