Шапошников Евгений Иванович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шапошников Евгений Иванович
Remove ads

Шапошников Евгений Иванович (3 февраль 1942 йыл8 декабрь 2020 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең хәрби етәксеһе, авиация маршалы (1991), СССР-ҙың һуңғы оборона министры (1991 август — февраль 1992). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1990—1991).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Хәҙер Рәсәйҙә тере берҙән-бер ғәскәр төрө маршалы. СССР тарихында һуңғы (дата буйынса), «маршал» һүҙе булған хәрби дәрәжә бирелгән кеше.

Remove ads

Биографияһы

Евгений Иванович Шапошников 1942 йылдың 3 февралендә Ростов өлкәһе Аҡсай районы Большой Лог хуторында тыуған[1]. Урыҫ.

1963 йылда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы С. И. Грицевец исемендәге Харьков юғары хәрби-авиация летчиктар училищеһын тамамлай[1]. Карпат буйы хәрби округында хеҙмәт итә. 1966 йылда Ю. А. гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә, уны 1969 йылда тамамлай. 1971—1975 йылдарҙа авиация полкы командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, һуңынан полк командиры була. 1975 йылда Капрат буйы хәрби округына авиация истребитель дивизияһы командиры урынбаҫары вазифаһына кире ҡайта, һуңынан дивизия командиры урынбаҫары, артабан дивизия командиры итеп тәғәйенләнә. 1979 йылда Карпат буйы хәрби округының хәрби-һауа көстәре командующийы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Thumb
Шапошников Путиндың уң яғында

Евгений Иванович Шапошников 2020 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә вафат булды[2].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads