From Wikipedia, the free encyclopedia
Александров Александр Васильевич (13 апрель 1883 йыл — 8 июль 1946 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, хор дирижеры, хормейстер, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937), сәнғәт фәндәре докторы (1940). Ике беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1942, 1946). Генерал-майор (1943).
СССР гимны музыкаһы авторы[9] һәм шул уҡ көйгә Рәсәй Федерацияһы гимны һалынған.
Александр Васильевич Александров (төп фамилияһы — Коптелев йәки Коптелов) 1883 йылдың 13 апрелендә Рәсәй империяһының Плахино ауылында[10] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1890—1892 йылдарҙа земство мәктәбендә уҡый, ундағы хорҙа йырлай.
1891 йылда Санкт-Петербургҡа бара. Бында Ҡазан соборы хорында йырлай. 1898 йылда Санкт-Петербургтың Ҡазан сиркәү-мәхәллә мәктәбе курсын тамамлай[11].
1897 йылдан — Һарай (Придворный) йыр капеллаһы регент (дирижёрлыҡ) класс уҡыусыһы (хәҙерге М. И. Глинка исемендәге хор училищеһы), 1900 йылда уны тамамлай, регент дәрәжәһен ала. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң. Санкт-Петербург консерваторияһының А. К. Глазунов һәм А. К. Лядова композиция класына уҡырға инә. Ләкин 1902 йылда сәләмәтлеге һәм матди хәле насарланыу сәбәпле, уҡыуын туҡтатырға мәжбүр була Бологоеға китә, йәмиғ хор регенты, шулай уҡ тимер юл һәм техник училищеһының хор сәнғәте буйынса педагогы булып эшләй .
1906 йылдан — Тверь Спас-Преображенск йәмиғ архиерей хоры регенты булып эшләй. Шулай уҡ Тверь дини семинарияһында хор менән етәкселек итә. Был ваҡытта ул симфония һәм «Смерть и жизнь» симфоник поэмаһын яҙа.
1909 йылда Мәскәү консерваторияһында уҡыуын дауам итә, уны 1913 йылда С. Н. Василенконың композиция класында ҙур көмөш миҙал менән, ә 1916 йылда — У.Мазеттиҙың йыр класын тамамлай.
1913 йылдан ҡабаттан Тверь ҡалаһына ҡайта, унда оркестр, солистар һәм хор менән «Пиковая дама» (1913) операһын ҡуя, Евгений Онегин (1914) (икеһе лә П. И. Чайковский), Ш. Ф. Гуно «Фауст» , М. И. Глинканың «Жизнь за царя» һәм А. С. Даргомыжскийҙың «Русалка» операларынан фрагменттар башҡара.
Спектаклдәрҙең режиссеры, дирижеры, хормейстеры һәм ҡайһы берҙә йырсыһы була. Өйҙәге музыкаль спектаклдәрҙең береһендә Ленский («Евгений Онегин») «Пиковая дама» ла Чекалинский партияһын башҡара. Тверь ҡалаһында музыка мәктәбен ойоштора һәм етәкселек итә (һуңыраҡ музыка мәктәбе итеп үҙгәртелә)[11].
1918—1922 йылдарҙа — Христос Ҡотҡарыусы Ҡорамы регенты. 1919—1930 йылдарҙа — А. Н. Скрябин исемендәге техникумдың (хәҙерге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге музыка академия училищеһы) музыкаль композиция һәм хор йыры уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта, 1919 йылдан — Беренсе дәүләт хорының 2-се төркөм етәксеһе ярҙамсыһы. 1921—1923 (1926—1930 йылдарҙа — дирижёр) — Дәүләт хор капеллаһы (хәҙ А. А. Юрлов исемендәге Рәсәй дәүләт академияһы хор капеллаһы), Камерный театрҙың хормейстеры (1922—1928), К. С. Станиславский исемендәге Дәүләт опера театры һәм Республикаһының халыҡ артисы И.Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры (хәҙерге К. С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академик музыкаль театры) консультаты . (1928—1930) (бөтәһе лә Мәскәүҙә).
1918 йылдан — сольфеджио, полифония, хор һәм дирижёрлыҡ оҫталығы уҡытыусыһы, 1926—1929 йылдарҙа — педагогия факультетында хор класы алып бара, 1932—1934 йылдарҙа — хор кафедраһы мөдире, 1940 йылдан — дирижёр-хор факультет хоры деканы, 1942 йылдан— Мәскәү консерваторияһының берләштерелгән дирижёрлыҡ-хор һәм музыка-педагогия факультеты деканы (1922 йылдан — профессор). Уның уҡыусылары: К. Б Птица, В. Г. Соколов, Д. Б Кабалевский, К. П. Кондрашин һ. б.
1928 йылда асылған хәрби-капельмейстерский класы инициаторы (М. В. Блажевич менән берлектә), Мәскәү хәрби консерваторияһы факультеты нигеҙе була (1935, 2006 йылдан — РФ Оборона министрлығының хәрби университетының Хәрби институты (хәрби дирижёрҙар), 1929—1936 йылдарҙа — хәрби факультет деканы урынбаҫары.
1928 йылдан — Ф. Н. Данилович һәм П. И. Ильин менән берлектә ойоштороусыһы һәм музыкаль етәксеһе, 1937 йылдан — М. Фрунзе исемендәге РККА Үҙәк Йорто Ҡыҙыл Армия Йыр ансамбле етәксеһе, художество етәксеһе һәм баш дирижёры (хәҙер — Рәсәй армияһының Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле), уның менән Советтар Союзын һәм ҡайһы бер сит илдәр: Чехословакия, Монголия, Финляндия, Польша, Франция, Канада, Ҡытай һ. б. урап сыға, 1937 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә «Гран-при» яулай[11].
Бер үк ваҡытта, 1936 йылдан — Үҙәк концерт залының йыр һәм бейеү Ансамбленең художество етәксеһе, 1937 йылдан Мәскәү ҡала пионерҙар һәм октябряттар һарайының йыр һәм бейеү Ансамблен (хәҙер Локтев В. С. исемендәге йыр һәм бейеү Ансамбле) ойоштороу инициаторы һәм художество етәксеһе була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, «Священная война» (1941 й., июнь), «В поход! поход!», « Несокрушимая и легендарная» һ. б. йырҙарын ижад итә. 1941 йылдың 26 июнендә Белоруссия вокзалында Ҡыҙыл байраҡлы ҡыҙылармеецтар йыр һәм бейеү ансамбле[12] «Священная война» йырын тәүге тапҡыр башҡара.
1943 йылда үҙенең «Гимн партии большевиков» нигеҙендә мөһабәт көй (мелодия) тыуҙыра, ул 1944 йылдан рәсми рәүештә СССР гимны булып китә. Һүҙҙәрҙе Г. А. Аль-Регистан һәм С. В. Михалков яҙған, өлөшләтә И. В. Сталин үҙе төҙәткән. 2000 йылдан шул уҡ көйгә Рәсәй Федерацияһы гимны һалынған. СССР композиторҙар Союзы ағзаһы[11].
1946 йылдың 8 июлендә Берлинда 64 йәшендә[13] ансамбль менән Европа буйлап гастролдәр ваҡытында йөрәк өйәнәгенән вафат була. 9 июлгә композиторҙың кәүҙәһен Мәскәүгә ҡайтаралар һәм 10 июлдә Новодевичье зыяратында ерләнә (участка No 3).[14].
А. В. Александров үҙенең ансамблендә рус көнкүреше, опера, сиркәү һәм һалдат йырҙары традицияларын берләштереп, халыҡ-ара профессиональ сәхнәгә ватан хор сәнғәтен сығара. Солистар менән ир-ат полифоник хоры, симфоник һәм халыҡ музыка ҡоралдарынан торған ҡатнаш оркестр, ансамблдең балеты донъяла иң яҡшыларҙан һанала. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Александров коллективы өлгөһөндә бер нисә хәрби музыкаль-хореографик ансамблдәр булдырылған. Ул 81 үҙенсәлекле йырға музыка яҙа, төрлө ил халыҡтарының тиҫтәләгән йырҙарын һәм 70-тән ашыу рус халыҡ һәм революцион йырҙарын юғары кимәлдә эшкәртә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.