Бишбүләк районы
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бишбүләк районы (рус. Бижбулякский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Бишбүләк ауылы.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Бишбүләк районы | |
Бишбүләк районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Бижбулякский район һәм Бишбүләк районы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Бишбүләк[2] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 26 080 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 311 метр |
Сиктәш | Бәләбәй районы, Әлшәй районы, Миәкә районы, Йәрмәкәй районы, Пономарёвка районы һәм Абдулла ҡала округы |
Майҙан | 2133,9 км² |
Рәсми сайт | adm-bizhbulyak.ru |
Бишбүләк районы Викимилектә |
Ябырға
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).