Бәләбәй районы
Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәләбәй районы (рус. Белебеевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бәләбәй ҡалаһы. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының сағыштырмаса бейек өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1869 км². Район үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы (57,2 мең кеше, 1995).
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Бәләбәй районы | |
Бәләбәй районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Бәләбәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 101 896 кеше (2010)[2][3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 388 метр |
Сиктәш | Бишбүләк районы |
Майҙан | 1911,2 км² |
Рәсми сайт | belebey-mr.ru |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Belebeyevsky District[d] |
Бәләбәй районы Викимилектә |
Ябырға
Районда 15 ауыл биләмәһе, 2 ҡала биләмәһе бар. Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кеше. Район територияһында Аксаково ҡасабаһы (2,9 мең кеше) урынлашҡан. Күпселек урыҫтар, татарҙар һәм сыуаштар йәшәй.