From Wikipedia, the free encyclopedia
Вершинин Константин Андреевич (21 май (3 июнь) 1900 йыл — 30 декабрь 1973 йыл, Мәскәү) — хәрби эшмәкәр. СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийы, Авиацияның баш маршалы (1959), Советтар Союзы Геройы (1944). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1971). СССР-ҙың II (1946—1950) һәм IV—VII (1954) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты.
Вершинин Константин Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 21 май (3 июнь) 1900 |
Тыуған урыны | Боркино[d], Яранский уезд[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 декабрь 1973[1][2] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Выстрел[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Хәрби звание | главный маршал рода войск[d] |
Командалыҡ иткән | 16-я воздушная армия[d], СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм Войска ПВО СССР[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вершинин Константин Андреевич Викимилектә |
Константин Андреевич сығышы менән Вятканың боронғо Вершининдар ырыуынан. Яранск өйәҙенең Боркино ауылында (хәҙер Киров өлкәһенең Санчурск районы) тыуа. Урыҫ.
1915 йылдан башлап бер нисә йыл Вятка губернаһы бригадаһы составында миҙгелле эшсе булараҡ Звениговск затонында балта оҫтаһы булып йөрөй.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында 1919 йылдан[3]. Сембер пехота команда курстарын (1920), «Выстрел» Коминтерны исемендәге РККА команда составының Юғары тактик-уҡсылар мәктәбен (1923), профессор Н. Е Жуковский исемендәге РККА Хәрби-һауа академияһын (1932) тамамлай.
Граждандар һуғышында ҡатнаша. РККА-ла беренсе вазифаһы — Сембер пехота хапас полкы ҡыҙылармеецы, уның составында Воронеж губернаһында крәҫтиән ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Курстарҙы тамамлағандан һуң (1920) — Смоленск губернаһы Дорогобуж ҡалаһында марш пехота полкындағы уҡсылар ротаһы командиры, Польша менән сиктәш губерналарҙа Булак-Балахович формированиеларына ҡаршы көрәшә. 1921 йылда полк Тамбов губернаһына күсерелә, унда Тамбов ихтилалын баҫтырғанда аяуһыҙ хәрби хәрәкәттәр алып бара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.