Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Гәрәев Муса Ғaйса улы (9 июль 1922 йыл — 17 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
Гәрәев Муса Ғайса улы | |||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Саҡмағош улусы[1], Иләкшиҙе ауылы | ||||||||||||||||||||||||||||
Үлгән ваҡыты |
17 сентябрь 1987 (65 йәш) | ||||||||||||||||||||||||||||
Вафат урыны |
СССР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы | ||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-һауа көстәре | ||||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби звание | полковник | ||||||||||||||||||||||||||||
Часть |
1‑се һауа армияһы | ||||||||||||||||||||||||||||
Командалыҡ итеү |
эскадрилья, авиация полкы | ||||||||||||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| ||||||||||||||||||||||||||||
Отставкала |
ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе |
Муса Ғaйса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иләкшиҙе ауылында башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған[2][3]. Милләте —башҡорт.
Шәжәрәһе: Хөсәйен → Әжмәт (1727—1818) → Ғәбдрәҡип (1808—?) → Әхмәтгәрәй (1852—?) → Ғайса (1890—1958)→ Муса (1922—1987)[4].
Ете йәше тулғанда ғаиләһе менән күрше Ташшишмә ауылына күсә, ә 1937 йылда күрше Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
1939—1940 йылдарҙа Өфөлә Тимер юл халыҡ комиссариаты техникумында уҡый. Бер үк ваҡытта Өфө аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә тәүге осоштар яһай[5].
1940 йылдың 15 декабрендә Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлай[6].
1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград фронтында 26-сы штурмлау авиация дивизияһы составында хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың 11 декабрендә Ил-2 самолётында тәүге хәрби осош яһай. 1943 йылдың февраленә ҡарай 11 хәрби осош яһай, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[5].
Артабан Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 944-се штурмлау авиация полкында сержант званиеһында осоусы-штурмовик[7][8], 76-сы гвардия штурмлау авиация полкында звено, эскадрилья командиры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдан 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа армияһы 1‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны, 1945 йылдан — гвардия майоры булып хеҙмәт итә[7].
Сталинград янындағы, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Германиялағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың 27 октябрендә Көнсығыш Пруссияла Лабагинен тирәһендәге алышта 2 танкты юҡ итә, 1 бронетранспортёрҙы сафтан сығара. 1945 йылдың 15 ғинуарында Тутшен тирәһендә дошман артиллерияһының 2 орудиеһын шартлата һәм 3 янғын сығанағын булдыра. 1945 йылдың 20 ғинуарында Инстербург (хәҙер Черняховск) ҡалаһы тирәһендә 4 артиллерия орудиеһын һәм 2 бронетранспортёрҙы юҡ итә. 1945 йылдың 5 февралендә Кройцбург ҡалаһы янында танк һәм үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара. 1945 йылдың 21 февралендә Көнсығыш Пруссияла Раушбах тирәһендә 2 үҙ йөрөшлө орудиены сафтан сығара һәм 3 янғын сығанағын булдыра[6].
1944 йылдың авгусына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралдәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бергә «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[9].
1945 йылдың мартына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры Муса Гәрәев «Ил-2» самолётында 207 хәрби осош яһай, 15-кә яҡын дошман самолётын һәм 4 танкты юҡ итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указына ярашлы, икенсе тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[10][11].
Һуғыш тамамланған осорҙа майор званиеһында полк штурманы була, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Мәскәүҙә 1945 йыл 24 июнендә үткәрелгән Еңеү Парадында ҡатнаша[3].
1946—1948 йылдарҙа Хәрби-транспорт авиация берләшмәһенең эскадрилья командиры урынбаҫары, 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1951 йылда Мәскәүҙә М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай[6].
1951—1957 йылдарҙа 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры вазифаһын үтәй[5].
1959 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай[3]. 1959—1964 йылдарҙа 2-се махсус тәғәйенләнештәге авиация дивизияһы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә[5].
1964 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле отставкаға сыға. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй[3]. Башҡортостанда спорттың хәрби-техник төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
СССР Юғары Советының 2—4‑се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты[6].
1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Еңеү паркында ерләнә.
Ҡатыны — Гәрәева Галина Александровна (1924—2016)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.