From Wikipedia, the free encyclopedia
Карпат тауҙары (Карпат, рус. Карпаты, укр. Карпати, нем. Karpaten, словак. Karpaty, мадьярса Kárpátok, рум. Carpaţi, сер. Карпати) — Үҙәк Европалағы, атап әйткәндә, Чехия, Словакия, Украина, Венгрия, Польша, Румыния, Сербия и өлөшләтә Австрия биләмәләрендәге тау системаһы.
Карпат тауҙары | |
---|---|
Характеристикалар | |
Майҙаны | 188 000 км² |
Оҙонлоғо | 1500 км |
Киңлеге | 420-1000 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Герлаховский Штит |
Бейек нөктәһе | 2655 м |
Урынлашыуы | |
47°00′ с. ш. 25°30′ в. д._type:landmark HGЯO | |
Карпат тауҙары Викимилектә |
Беҙҙең эраның I быуат рим хроникаларына ярашлы, был урындарҙа карп ҡәбиләһе йәшәгән. Шулай ҙа, ҡәбилә тау исемен алғанмы йә, киреһенсә, тау ҡәбилә исеме менән аталғанмы — был һорауҙарға тарихсылар һәм телселәр аныҡ ҡына яуап бирә алмай.
Иң таралған гипотеза буйынса Карпат — ибһе теле *sker-/*ker- «тау-ташлы урын, ҡаялар» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Быға иң яҡын тура килгән эквивалент хәҙерге телдәрҙән албан телендә бар: karpë «тау, таш», ә әрмән телендә: qaripat (qar — таш, pat — стена) һүҙе «таш стенаһы» тип аңлатыла. Атаманың сығышы төрки һүҙенә бәйле тигән фекер буйынса, Карпат — «ярҙарҙан сығыу», «переливаться через край» тип аңлатыла[1].
Антика һәм Урта быуаттар дәүерендә Карпат тауҙарын Сармат тауҙары, ә Рустә Уғыр тауҙары тип атағандар.
Тышҡы Көнсығыш Карпат тауҙары ер тетрәү йәһәтенән (сейсмик яҡтан) Европаның иң ҡурҡыныслы төбәктәренең береһе. Карпаттағы сейсмик әүҙемлек хаҡында II—III быуат рим сығанаҡтарында уҡ билдәләнә. ХVIII быуат аҙағынан регионда халыҡ һанының бик тиҙ артыуы һәм урбанизация һөҙөмтәһендә, сейсмик әүҙемлектән зыян күреүҙәр күбәйә барған. Сөйсмик әүҙемлектең эпицентры Вранча зонаһы тип аталған ерҙә урынлашҡан, бында ер тетрәүҙәрҙең көсө Рихтер шкалаһы буйынса 8 баллға барып етә. Иң емергесле ер тетрәүҙәр 1940 һәм 1977 йылдарҙа теркәлгән.
Карпат тауҙары бер нисә өлөштәргә бүленә (һандар «Карпат тауҙары составы» рәсеменә тап килә):
Альп тауҙарының иң көнсығыш өлөшөндәге — Лейт тауҙары һәм Карпаттың иң көнбайыш өлөшөндәге — Хундсхаймер Берге араһындағы алыҫлыҡ 14 км тәшкил итә[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.