Менделеевтың периодик таблицаһының 8-се төркөм элементы From Wikipedia, the free encyclopedia
Рутений (лат. Ruthenium) – Менделеевтың периодик таблицаһының 8-се төркөм элементы.
Рутений | |
Масса | 101,07 ± 0,02 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Рутения[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Клаус, Карл Карлович[d][2] |
Асыу датаһы | 1844 |
Табылыу урыны | Q56007908?[3] |
Элемент символы | Ru |
Химик формула | Ru[4] |
Каноническая формула SMILES | [Ru][4] |
Атом һаны | 44[5] |
Электронная конфигурация | [Kr] 4d⁷ 5s¹ |
Электр кирелеге | 2,2 |
Ионный радиус | 0,68 ангстрем[6], 0,62 ангстрем[6], 0,57 ангстрем[6], 0,38 ангстрем[6] һәм 0,36 ангстрем[6] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 3[7] һәм 4[7] |
Рутений Викимилектә |
Атом номеры – 44, атом массаһы – 101,07. Платиналы металдарға ҡарай.
К.К.Клаус тарафынан 1844 йылда Ҡаҙан университетында асыла, Рәсәйҙә асылған берҙән-бер химик элемент.
Шул уҡ йылда яңы элемент тураһында «Ҡазан университетының ғилми яҙмаларында» «Урал платина рудаһы һәм рутений металлы ҡалдыҡтарын химик тикшереү» тигән ҙур мәҡәлә баҫтыра. Яңы элементты асыҡлау, уны алыу ысулы һәм үҙенсәлектәре тураһында Клаус 1844 йылдың 13 сентябрендә Петербург Фәндәр академияһы ултырышында сығыш яһаған. [8] Академия бюллетенендә һәм урыҫ теленә тәржемә ителгән «Тау журналы»нда баҫылып сыға. Клаус Урал аҡ алтын рудаһынан саф килеш рутений бүлеп сығара һәм рутений триадалары - родий - палладий һәм осмий - аҡ алтын араһындағы оҡшашлыҡты күрһәтә.
Элементты беренсе асыусы К.К.Клаус матдәне Рәсәй хөрмәтенә рутений тип атай (Ruthenia - Рустың латинса һүҙе). 1828 йылда Г. В. Озан тигән химик үҙе асҡан яңы элементҡа «Рутений» тип ҡушырға уйлаған, тик был асыш булып сыҡмаған. 1844 йылда Ҡаҙан мәктәбендә ысынлап та яңы химик элемент асылған һәм Клаус уға ошо исемде биргән.[8].
Рутений платина (аҡ алтын) һәм платина металдарын эшкәртеүҙән "ҡалдыҡ" булып алына.
Плутоний, уран, торий кеүек ядро-төш бүленеү ҡалдыҡтары — рутений етештереүҙең мөһим сығанағы. 1 тонна ҡулланылған атом яғыулыҡ материалдары ҡалдығынан 260 грамм рутений алына.
Молибденды нейтрон нурланышына тотып, Технеций-99 элементынан рутений етештереү технологияһы эшкәртелгән.
Тәбиғи рутений ете тотороҡло [[изотоп]тан тора:
96Ru (5,7 % по массы), 98Ru (2,2 %), 99Ru (12,8 %), 100Ru (12,7 %), 101Ru (13 %), 102Ru (31,3 %) и 104Ru (18,3 %).
Ауыр иреүсәнлек буйынса (Тпл= 2334 °C) рутений бер нисә элементтан — рений, осмий, молибден, иридий, вольфрам, танталһәм ниобийҙан ғына ҡалыша.
Рутений -ярайһы инерт металл.
Рутений кислоталарҙа һәм батша араҡаһында иремәй (HCl һәм HNO3 ҡатнашмаһы). Шул уҡ ваҡытта рутений хлор менән 400 °C-тан юғарыраҡ температурала реакцияға инә (RuCl3 барлыҡҡа килә), ул иреткәндә һелте һәм нитрат ҡатнашмаһы менән реакцияға инә (Na2RuO4 рутенаттары барлыҡҡа килә).
Рутений төрлө оксидлашыу кимәленә тура килә торған ҡушылмалар барлыҡҡа килтерергә һәләтле:
Рутений ҡушылмалары шулай уҡ нитроз берләшмәләренең киң спектрын — RuNO төркөмөн үҙ эсенә ала. Был комплекслы ҡушылмалар, бигерәк тә нитрозонитроаминдар (мәҫәлән, [RuNO(NO2)2(NH3)2OH]) һәм <a href="https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%9D%D0%B8%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B7%D0%BE%D0%BD%D0%B8%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%BA%D0%BE%D0%BC%D0%BF%D0%BB%D0%B5%D0%BA%D1%81%D1%8B{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}" rel="mw:ExtLink" title="Нитрозонитрокомплексы" class="new cx-link" data-linkid="146">нитрозонитрокомплексы</a> ((бигерәк тә [RuNO(NO2)4OH]2− аниондары) (һары-ҡыҙғылт) юғары тотороҡлолоғо һәм кинетик инертлығы менән айырылып тора. Рутений <a href="https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A0%D1%83%D1%82%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B9_%D1%82%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%B0%D0%BE%D0%BA%D1%81%D0%B8%D0%B4%D1%8B{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}" rel="mw:ExtLink" title="Рутений тетраоксиды" class="new cx-link" data-linkid="148">тетраоксиды</a> (Ru+VIIIO4) үҙенсәлектәре менән осмий тетраоксидына оҡшаш.
Рутений күп кенә металл органик ҡушылмаларын барлыҡҡа килтерә һәм химик реакцияларҙа актив катализатор булып тора.
Рутений микроэлемент булып тора. Ул тере организм составында табылған платина металдарынан берҙән-бер (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса платина ла табыла). Рутений дөйөм алғанда, мускул туҡымаһында туплана. Рутенийҙың юғары оксиды ағыулы һәм көслө окислитель булып тора, шул сифаты арҡаһында янғын сығыу ҡурҡынысы тыуа.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.