Титан (элемент)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Титан — Менделеевтың периодик системаһында 22 һанлы химик элемент. Элементтың атом массаһы 47,867(1). Ti символы менән билдәләнә. Ябай матдә титан — ныҡлы еңел металл, көмөш аҡ төҫтә. Коррозияға ныҡ сыҙамлы. Титан — актив металл. Ул көмөш-аҡ төҫтә, тығыҙ, ныҡлы һәм еңел. Ул тимерҙән ике тапҡыр еңелрәк, ә ныҡлығы буйынса бик күп металдарҙы уҙҙыра.
Remove ads
Тарихы
Был элементты диоксид рәүешендә ике ғалим — У. Грегор һәм М. Клапрот асалар. Ул ғалимдарҙың оксидты металлға әйләндереү маҡсаты килеп сыҡмай. Металлик титан беренсе тапҡыр 1825 йылда Берцелиус тарафынан сығарыла, таҙа хәлдә 1925 йылда голландияла А. ван Аркел һәм И. де Бур тарафынан алына
Ятҡылыҡтары
Титандың ҙур ятҡылыҡтары Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Украина, Канада, АҠШ, Ҡытай, Норвегия, Швеция, Мысыр, Австралия, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан территорияларында бар; һибелмә сығанаҡтары Бразилия, Һиндостан, АҠШ, Сьерра-Леоне, Австралия территорияларында урынлашҡан[9]. БДБ илдәрендә титан рудаларының запастары буйынса Рәсәй Федерацияһы (58,5 %) һәм Украина (40,2 %) алғы рәттәрҙә тора. Рәсәйҙә иң эре титан сығарыу урыны — Ярегское.

Металлик титанды күп сәнәғәт тармаҡтарында ҡулланыу уны ныҡлығы ҡорос ныҡлығына яҡын булыуында, шул уҡ ваҡытта ул ҡоростан 45 % -ҡа еңел. Титан алюминдан 60 %-ҡа ауырыраҡ, әммә ул ныҡлығы буйынса яҡынса ике тапҡырға өҫтөнөрәк.
Remove ads
Физиологик үҙенсәлеге
Титан физиологик яҡтан инерт тип һанала, шуның арҡаһында протезлауҙа организм туҡымалары менән туранан-тура бәйле металл булараҡ файҙаланыла. Мәгәр титан туҙаны канцероген булыуы мөмкин. Титан, әйтелеүенсә, шулай уҡ стоматологияла ҡулланыла. Титанды ҡулланыуҙың үҙенсәлеге ныҡлыҡта ғына түгел, ә металлдың һөйәктәргә лә ялғана алыуы, был иһә тештең ныҡлығын тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Иҫкәрмә
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads