From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән хоҡуҡи тигеҙлеге өсөн, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән көрәштә Халыҡ-ара сәйәси саралар үткәреү маҡсаты менән билдәләнгән көн, һәр йылдың 8 март көнөнә тура килә.[2]
Халыҡ-ара кимәлдә иҫтәлекле көн булараҡ, 1977 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул иткәс, билдәләнә башлай.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө | |
Нигеҙләү датаһы | 28 февраль 1909, 1922, 1949 һәм 8 март 1917 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | ҡатын |
Алдағы | National Woman's Day[d] |
В память о | ҡатын |
Йылдың көнө | 8 март |
Рәсми сайт |
un.org/en/observances/wo… un.org/ar/observances/wo… un.org/zh/observances/wo… un.org/fr/observances/wo… un.org/ru/observances/wo… un.org/es/observances/wo… |
Тасуирлау биттәре | newworldencyclopedia.org/… |
Һештег | WomensDay һәм InternationalWomensDay[1] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 131 421 |
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Викимилектә |
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң 8 март менән бәйле тарихын 1980-се йылдарҙа тарихсы Рене Котэ (en) өйрәнә.[3] Эҙләнеүҙәре Канадала 1984 йылда La Journée internationale dês femmes ou les vrais dates des mystérieuses origines du 8 de mars jusqu'ici embrouillés, truquées, oubliées : la clef dês énigmes. La vérité historique. Montreal: Les éditions du remue ménage[4] китабында баҫыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараһын үҙҙәренең хоҡуҡи тигеҙлек өсөн көрәшенә халыҡ иғтибарын йәлеп итеү өсөн Америка ҡатын-ҡыҙҙарының тауыш биреү хоҡуғы өсөн милли ассоциацияһы (ингл. NAWSA) ( АҠШ) ҡуллана башлай.
Шундай сараларҙың беренсеһе 1908 йылдың 3 майында Чикагола, һуңғараҡ - 1909 йылдың 28 февралендә Нью-Йоркта; һәм 1910 йылдың 27 февралендә Нью-Йоркта[5][3] үткәрелә, артабан да Милли ҡатын-ҡыҙҙар көнөн февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләүҙе дауам итәләр[6].
Ҡушма Штаттарҙа шундай милли феминистик (en) әүҙемлек 1848 йылдың 19-20 июль көндәрендә Нью-Йорктың Сенека Фоллс(en) ауылында үткәрелгән ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары конвенцияһында (en) ҡабул ителгән Тойғолар декларацияһынан һуң (en) тоҡанып китә тип әйтеп була.[7][8]
Байрамды Халыҡ-ара кимәлдә билдәләү тәҡдиме 1910 йылдың 23 август - 3 сентябрь араһында Дания баш ҡалаһы Копенгагенда ойошторолған Икенсе социалистик интернационал конгресы (de) барышында 26-27 августа уҙған икенсе Халыҡ-ара социалист ҡатын-ҡыҙҙарҙың конференцияһында ҡабул ителә. Йыллыҡ сара булараҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнө билдәләү тәҡдимен немец социалисы Луиза Зиец (нем. Luise Zietz) яһай,уны социалист һәм һуңыраҡ коммунист Клара Цеткин (en) яҡлап сыға, тик был конференцияла махсус көн билдәләнмәй.[6][10] 17 илдән йыйылған 100 делегат был башланғысты ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тиң хоҡуҡтар яулау сараһы итеп ҡулланыу тураһында килешә.[11]
Беренсе тапкыр 1911 йылдың 19 мартында уҙған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө сараларында Австро-Венгрия империяһында, Германияла, Дания һәм Швейцарияла бер миллиондан артыҡ кеше ҡатнаша. Австро-Венгрия империяһындә 300 демонстрация уҙа, Венала ҡатын-ҡыҙҙар демонстрацияға Париж коммунаһы (en) ҡорбандарын иҫкә алыусы плакаттар менән сыға.[6] Ҡатын-ҡыҙҙар һайлау һәм дәүләт вазифаларына һайланыу хоҡуҡтарын талап иттеләр, шулай уҡ эш урынындағы дискриминацияға ҡаршы сығыш яһаны.[2]
Рәсәй империяһындәа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө беренсе тапҡыр 1913 йылғы февраль айының һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә (ғәмәлдәге григориан миләди календарь буйынса - марттың икенсе аҙнаһы). Ҡатын-ҡыҙҙар ойошторған протестар 1914 йылға ҡәҙәр барһа ла, 8 мартҡа береһе лә тура килмәй.[3]
1914 йылғы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө йәкшәмбегә тура килгән 8 март көнөндә билдәләнә.[3][4]
1917 йыл- февралдең һуңғы йәкшәмбеһендә Санкт-Петербургта ойошторолған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған демонстрациялар илдә Февраль революцияһы башланыуға килтерә [2] Шул көндө Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙары “Икмәк һәм тыныслыҡ" шиғары менән - Беренсе бөтә дөнья һуғышын һәм Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек дефицитын бөтөрөүҙе талап итеп урамға сыға[3]
Октябрь революцияһынан һуң Александра Коллонтай Владимир Ленинды сараны рәсми байрам булараҡ иғлан итергә күндерә, ләкин 1965 йылға ҡәҙәр ул эш көнө булып кала.
1917 йылғы революциянан һуң, Совет республикаһында рәсми сара булараҡ ҡабул ителгәс, байрам күбеһенсә коммунистик һәм социалистик илдәрҙә үткәрелеп килә. Ҡытайҙа уны 1922 йылда, испан коммунистары 1936 йылда билдәләй башлайҙар.[12]
Көнбайыш илдәрендә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 1977 йылда Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы ағза-илдәрен 8 мартты ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары һәм дөнъяла тыныслыҡ урынлаштырыуға (en) йүнәлтелгән Халыҡ-ара иҫтәлекле көн булараҡ иғлан итергә саҡырыуынан һуң ғына киң байрам ителә башлай.[13]
БМОның ҡатын-ҡыҙҙар статусы буйынса комиссияһы (en) әҙерләгән "ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы декларацияһы"н (en) Ҡалып:UNның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1967 йылда ҡабул ителә, 1981 йылда Халыҡ-ара хоҡуҡи тәртипте билдәләүсе "Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияны бөтөрөү тураһындағы конвенцияһы"(ингл. CEDAW) көсөнә инә.
Бөгөнге көндә, Халыҡ-ара кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын үҫтереү менән 2010 йылда барлыҡҡа килгән айырым БМО-ның махсус агентлығы ингл. UN Women шөғөлләнә.
Йыл | БМО темаһы[14] |
---|---|
1996 | Үткәнде байрам итеү, киләсәккә пландар ҡороу |
1997 | ҡатын-ҡыҙ һәм тыныслыҡ өҫтәле |
1998 | ҡатын-ҡыҙ һәм кеше хоҡуҡтары |
1999 | ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуҙан азат донъя |
2000 | тыныслыҡ өсөн берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар |
2001 | ҡатын-ҡыҙҙар һәм тыныслыҡ: ҡатын-ҡыҙҙарҙың конфликттарҙы бөтөрөүе |
2002 | бөгөнгө афған ҡатын-ҡыҙҙары: ысынбарлыҡ һәм мөмкинлектәр |
2003 | Гендер тигеҙлеге һәм мең йыллыҡ үҫеш маҡсаттары |
2004 | ҡатын-ҡыҙҙар һәм КИВ/БИДС |
2005 | 2005 йылдан һуң гендер тигеҙлек мәсьәләләре; имен киләсәк төҙөү |
2006 | Ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар урыны |
2007 | ҡатын-ҡыҙ һәм ҡыҙ балаларға ҡаршы көс ҡулланған өсөн язаһыҙлыҡты туҡтатыу |
2008 | ҡатын-ҡыҙға һәм ҡыҙ балаларға ресурстар һәм мөмкинлектәр биреү |
2009 | ҡатын-ҡыҙ һәм ир-аттарҙың ҡыҙ балаларға һәм ҡатын-ҡыҙға ҡаршы енәйәттәрҙе туҡтатыу өсөн берләшеүе |
2010 | уртаҡ хоҡуҡтар, уртаҡ мөмкинлектәр: барыһы өсөн прогресс |
2011 | Технология, фән, мәғариф системаһына һәм тренингтарға өлгәшеүҙә тигеҙлек: ҡатын-ҡыҙҙарға ҡабул ителерлек эш мөмкинлектәре асыуға юл |
2012 | Ауылдарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға мөмкинлектәр булдырыу, фәҡирлекте һәм аслыҡты бөтөрөү |
2013 | Бирелгән вәғәҙә - вәғәҙә булып ҡала: ҡатын-ҡыҙға ҡарата енәйәттәрҙе туҡтатырға ваҡыт |
2014 | ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тигеҙлек - барыбыҙ өсөн дә прогресс |
2015 | ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына көс бирү - кешелекте көсәйтеү: Күҙ алдығыҙга килтерегеҙсе![15] |
2016 | 2030 йылға - 50/50 Планетаһы: Гендер тигеҙлеккә баҫым[16] |
2017 | үҙгәрә торған эш донъяһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың роле: 2030 йылға - 50/50 Планетаһы[17] |
2018 | ваҡыты — хәҙер үк: Ауыл ерҙәрендә һәм ҡала мөхитендә әүҙемселәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон үҙгәртә[18] |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.