Хмельницкий өлкәһе (укр. Хмельницька область) — Украиналағы өлкә. Административ үҙәге — Хмельницкий ҡалаһы.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус |
өлкә | ||
Берләштерә |
20 район | ||
Административ үҙәк | |||
Крупнейшие города | |||
Барлыҡҡа килеүе |
22.09.1937 | ||
Халҡы (2015) |
1 296 930 | ||
Тығыҙлығы |
62,9 кеше/км² | ||
Майҙаны |
20 629 км² | ||
Ваҡыт бүлкәте |
UTC+2, летом UTC+3 | ||
Код ISO 3166-2 |
UA-68 | ||
Телефон коды |
+380 38 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
BX | ||
Рәсми сайты | |||
Тарихы
Винница өлкәһенән 1937 йылдың 22 сентябрендә бүленеп сыға. 1954 йылдың 26 апрелендә исеме бөгөнгөгә алыштырылғанға тиклем «Каменец-Подольск өлкәһе» булып йөрөй[1].
1941 йылға тиклем өлкә үҙәге Каменец-Подольский ҡалаһы була. Бында боронғо Рәсәйҙең иң матур ҡылыстарының береһе — Карабчиев ҡылысы табылған, ул X—XI быуаттарҙа эшләнгән тип фаразалана. Ҡылыстың тотҡаһы европа-урыҫ стилендә, орнаменты византия стилендә[2][3].
Өлкәлә тыуған билдәле шәхестәр
- Николай Кондратюк (1931—2006) — совет украин опера йырсыһы (баритон), педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- Валентина Матвиенко (7.04.1949) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе.
- Пирожок Пётр Иванович (3.09.1927) - тау инженеры-геолог, Халыҡ-ара информатлаштырыу академияһының мөхбир ағзаһы (2004). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1985—1996 йылдарҙағы баш геологы. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985)[4].
- Сибагатуллин Ростислав Имамович (31.08.1923—2.07.2016), совет хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Отставкалағы гвардия генерал-майоры, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ветерандарҙың Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының элекке бюро ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «Ватанға СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәте өсөн» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Шепетовка ҡалаһынан[5].
- Константин Степанков (1928—2004) — совет украин театр һәм кино актёры , педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1977).
- Фридман Марк Наумович (15.04.1914—10.12.1969), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1940). Полонное ҡалаһынан[6].
Халҡы
Дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың 1 октябренә өлкәлә 1 309 687 кеше йәшәй, шул иҫәптән ҡала халҡы — 729 473 кеше (55,7 %), ауыл халҡы — 580 214 человек (44,3 %). Даими йәшәгән халыҡ — 1 306 524 кеше, шул иҫәптән ҡала халҡы — 723 830 кеше (55,4 %), ауыл халҡы — 582 694 кеше (44,6 %).
1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 2001[11] |
---|---|---|---|---|
1 608 407 | 1 615 373 | 1 558 442 | 1 527 114 | 1 426 649 |
Иң ҙур тораҡ пунктар
за даними Держкомстату[12][13] | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Милли состав
(2001): украиндар — 93,9%, урыҫтар — 3,6%, поляктар — 1,6%[14].
Административ ҡоролошо
Өлкә составында 20 район:
- Белогорье районы
- Виньковцы районы
- Волочиск районы
- Городок районы
- Деражня районы
- Дунаевцы районы
- Изяслав районы
- Каменец-Подольский районы
- Красилов районы
- Летичев районы
- Яңы Ушица (Новоушицкий) районы
- Полонное районы
- Славута районы
- Иҫке Константинов (Староконстантиновский) районы
- Иҫке Синява (Старосинявский) районы
- Теофиполь районы
- Хмельницкий районы
- Чемеровцы районы
- Шепетовка районы
- Ярмолинцы районы
6 ҡала округы:
- Каменец-Подольский
- Нетешин
- Славута
- Староконстантинов
- Хмельницкий
- Шепетовка
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.