Поляктар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Поляктар (пол. Polacy) — көнбайыш славян халыҡтары араһында иң ҙурыһы, (98 %), нигеҙҙә, Польша Республикаһы халҡы.
Remove ads
Поляктарҙың күбеһенең туған теле — поляк, һинд-европа телдәре ғаиләһенең славян тармағына ҡараған лех төркөмө
Этник поляктарҙың дөйөм һаны 45 миллион кеше самаһы, шуларҙың яҡынса 37 миллионы Польшала йәшәй. Донъяла барлығы 50 миллионға яҡын кеше поляк сығышлы
Этник сығышы буйынса поляк булмаған көнсығыш славян шляхта төркөмө үҙен поляк халҡы, тип иҫәпләй. (рим-католик ҡатламдарға ҡараған) Речь Посполитой («Polonica Natio»)[16] һәм Польша йәһүдтәре — аккультурация яҡлылар (моисеева дине поляктары).[17]
Поляктарҙың күбеһе католицизм динен тоталар Польшала 2011 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 90,1 % этник поляктар үҙҙәрен дини кеше тип, шулай уҡ 89,0 % католиктар булып тора, ә 1,1 процент башҡа дин тота, уларҙың 116,8 мең — православие (башлыса Подляский воеводство) һәм 15,2 мең — грек-католиктары[18].
1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса поляктар (8 миллион самаһы кеше, шул иҫәптән 7 миллион самаһы Поляк батшалығы) һаны буйынса донъяла өсөнсө урында тора (великоростар һәм малоростарҙан һуң) Рәсәй империяһының. халыҡтарынан.1989 йылдағы Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу буйынса СССР территорияһында 1 126 334.поляктар йәшәй.
Remove ads
Этнонимдар
Исеме — пол. Polacy [поляц]; ир кеше — Polak [поляктар]; ҡатын -ҡыҙ — Polka [полька].
Урта быуаттарҙа поляк халҡына ҡарата йыш ҡына «лях» атамаһы ҡулланыла.. Мәҫәлән, XVI—XVII быуаттарҙа татар, төрөк һәм казак халыҡтары араһында Польша (Корона) Ляхистан йә Лехистан, тип аталған
Боронғо рус әҙәбиәтендә «лях» һүҙе «поляк» һүҙенә нейтраль синоним булып тора; урыҫ әҙәби телендә XVI—XIX быуаттарҙа әкренләп кире (негатив) төҫ ала[19].
Хәҙерге әҙәби урыҫ теле нормаһы буйынса ҡатын-ҡыҙ затына ҡарата «полька».ҡулланыла. XIX быуат урталарында урыҫ телендә «полька» һәм «полячка» төрлө мәғәнәле һәм нейтраль булып иҫәпләнә[19], В. Даль һүҙлегендә «полячка» «һанға һуҡмау»[20], һуңғы һүҙлектәрҙә «полячка» иҫкергән[21] йәки һөйләш һүҙе[22] итеп ҡабул ителә.
Remove ads
Таралышы
Күпселек поляктар Польша Республикаһы территорияһында йәшәйҙәр. Сит илдә йәшәүсе поляктарҙы Литваның , Көнбайыш Белоруссияның, Көнбайыш Украинаның, Латвияның (айырым райондарҙа Латгалья, атап әйткәндә, элекке Илукстский өйәҙе), Польша менән Чехия аралашҡан райондарының (Заользье) һәм Словакия (Спиш) һәм поляк диаспораһы (Полоний), эмиграция тулҡынында һәм XIX—XXI быуаттарҙа күсенеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән (Көнбайыш Европа, АҠШ, Көньяҡ Америка, Рәсәй, Көньяҡ Африка, Австралия, Урта Азияла) шартлы рәүештә төп поляк халҡы йәшәгәндәргә бүләләр..
Поляктарҙ илдәр буйынса бүлеү:
- Польша — 36,085 млн кеше (2011)
- Америка польша барлыҡҡа килгән АҠШ — 9,4 миллион
- Германияла поляктар — 1,5 — 2 миллион
- Бразилияла поляктар — 1,8 млн.
- Польшала йәһүдтәр — 1,25 млн[23]
- Францияла поляктар — миллион 1,05
- Аргентинала поляктар — 0,5 — 1 млн
- Поляктар Канадала — 0,9 млн
- Австралияла поляктар — 0,9 млн
- Бөйөк Британияла поляктар — 0,5 млн
- Белоруссияла поляктар — 0,3 млн
- Литвала поляктар — 0,2 млн[24],
- Украинала поляктар — 144 мең
- Чехияла поляктар — 0,1 млн
- Поляктар Бельгияла — 70 мең
- Рәсәйҙә поляктар — 47 мең (2010)
- Латвияла поляктар — 45 мең.
- Нидерланд поляктары — 34 мең
- Ҡаҙағстан поляктары — 34 мең
- ЮАР поляктары — 34 мең
- Әзербайжанда поляктар — 0,3 мең кеше Әзербайжан община ағзаһы булып тора[асыҡларға], теүәл һаны билдәһеҙ.
Австрияла, Грецияла, Италияла һәм Исландияла байтаҡ поляк общиналары йәшәй.
Remove ads
Субэтнический һәм этнография төркөмө

Поляк этник массивы ҙур субэтник төркөмдө үҙ эсенә ала. Улар араһында гурали, кашуба, мазура, курпа һәм башҡа күптәр бар. Улар бөтәһе лә бер нисә ҙур этнографик төркөмдәре составына индерелә.[25][26]:
- великополяниндар (Польшаның төньяҡ-көнбайыш райондары, Кире ҡайтарған ерҙәрен индереп);
- серадзяно-ленчицане (Польшаның үҙәк райондарында);
- малополяниндар (Польшаның көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында);
- мазовшандар (мазуралар) (Польшаның төньяҡ-көнсығыш райондарында);
- силезецтар (Силезский һәм Опольский воеводство шулай уҡ Польша менән сиктәш Чехия һәм Словакия эргәһе райондаы);
- поморяниндар (Польшаның төньяғындағы кашубтарҙы индереп);
- Көнсығыш Кресс халыҡтары;
- Кире ҡайтарған ерҙәрҙәге халыҡ.
Төрлө региондағы поляктар араһындағы тел һәм мәҙәни-көнкүреш мөнәсәбәттәрендәге айырмалыҡтар әкренләп шымара бара.. Иң сағыу үҙаңы һәм этнографик үҙенсәлектәре Көньяҡ Польшаның таулы өлкәләрендә йәшәүсе гуралиҙарҙың сағыла, шулай уҡ Үрге Силезиялағы силезецтарҙың, Помор воеводствоһы кашубтарҙың (ҡайһы бер төркөмдәр, мәҫәлән, силезецтарҙың бер өлөшө үҙен поляктарҙан айырым халыҡ,тип иҫәпләй). Башҡа этник төркөм поляктар, мәҫәлән, мазура, курпа һәм башҡалар, уларға хас булған диалект һәм мәҙәни һыҙаттарын юғалтҡандар. Илдең көнбайыш төбәктәрендә , кире ҡайтарылған тигән ерҙәрҙә поляк халҡының күп тоҡомдары элекке «Көнсығыш креста» йәшәй.
Тикшереү генофондты
О. П. Балановскийҙың Европала генетик ландшафттары йыраҡлығын Y-хромосомаларының галлогруппалар буйынса тикшеренеү баҫмаларына ярашлы, поляктарҙың генофондында ҙур булмаған лужичан, словак, белорус, үҙәк урыҫ һәм көньяҡ европа өлкәләре һәм аҙ ғына көньяҡ-украин популяцияһы генофидтарының оҡшашлыҡтары билдәләнә. Поляктарҙың аҙ ғына айырмалыҡтары (күрше славян популяциялары менән) Чехия, Көнсығыш Словакия һәм Украинаның ҙур өлөшө ингән халыҡтар менән күренә.Оҡшаш популяция күрһәткесе кашубтар менән сағыла Кашубтарҙың максималь генофонд яҡынлашыуы Балтик диңгеҙенең польша яр буйында йәшәүсе халыҡтар генофонды һәм, шулай уҡ, Лужиц һәм Үҙәк Польша халҡы генофонды менән билдәләнә. Польша ареалының көнсығыш һәм көнбайыш райондары халыҡтарының генофондында айырмалыҡ ҙур. Поляктарҙың "Уртаса статистик генофонды " Польшаға ҡарағанда күберәк Көнбайыш Польшала, Көнсығыш Германияла, Чехия Силезияһында, шулай уҡ Үҙәк һәм Көнбайыш Словакияла, күрһәтелә..
2020 йылда үткәрелгән төрлө воеводстволарҙағы 3000 хәҙерге заман поляктарҙың генофонд һөҙөмтәләре булып иң таралған польша популяцияһы тора — Y-хромосомалар галлогруппа R1а — 56,93 %, икенсе урынды таралыу буйынса Y-хромосомалар гаплогруппаһы I (15,71 %), өсөнсө урында — Y-хромосомалар гаплогруппаһы R1b ((14,09 %), дүртенсе урында — Y-хромосомалы гаплогруппа N (4,29 %), бишенсе урында — Y-хромосомалар гаплогруппа Е (3,84 %), алтынсы урын — Y-хромосомалар гаплогруппа J (3,22 %)[27].
Remove ads
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads