Эссен
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эссен (нем. Essen [ˈɛsən]) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Ҡала Рур өлкәһе һәм Рейн-Рур төбәктәренең үҙәгендә урынлашҡан. Кёльн, Дюссельдорф һәм Дортмундтан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала һәм мөһим иҡтисади үҙәктәрҙең береһе. Дюссельдорф административ округы составында 570 мең халҡы менән бойондороҡһоҙ ҡала булып, Эссен ГФР-ҙың эре ҡалалары исемлегендә туғыҙынсы урынды биләй. Эссен эре сәнәғәт концерны үҙәге булараҡ билдәле, ә 1972 йылдан, ҡалала күп профилле университет ойошторолғас, ул илдә Юғары мәктәптең мөһим үҙәге лә булып тора. 2003 йылда Эссен университетын Дуйсбург университеты менән берләштергәс, студенттар һаны буйынса был уҡыу йорто Германия университеттары араһында туғыҙынсы урынды биләй. 1958 йылдан Эссен шулай уҡ католик епархия үҙәге.
845 йылда Рур йылғаһы буйында ҡатын-ҡыҙҙар штифты (затлы сығышлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярым монастырь) кеүек барлыҡҡа килеп, Эссен беҙҙең ваҡытта «Рейн ерҙәренең край союзы» (Ландшафтсфербанд Райнланд, Landschaftsverband Rheinland) һәм «Рур төбәге союзы» (Регионалфербанд Рур, Regionalverband Ruhr) ағзаһы булып тора. «Рур 2010 — Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» проекты сиктәрендә Эссен был проектта бөтә Рур төбәген күрһәтеп, «Европаның мәҙәни баш ҡалаһы» тип һайлана.
Яҡынса 800 йылда Изге Людгер хәҙерге заман ҡалаһы сиктәрендә ирҙәр монастыры Верденға нигеҙ һала, ул иртә христиан яҙыуының мөһим үҙәге була.
Күрше ҡалалар (көнсығыштантан сәғәт уғы буйынса):
Ҡала халҡының һаны 2011 йылдың 31 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса ( 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып,) 565 900 кеше тәшкил итә (шул уҡ датаға ҡарата элегерәк 573 468 кеше була)[14]. 2000 йылдың 31 декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡалала 595 243 кеше йәшәгән, 1990 йылға — 626 973 кеше, 1970 йылға — 696 419 кеше йәшәгән[15].
800 йылда Верден аббатлығына нигеҙ һалына, унан Эссен тарихы башлана. Артабан рур бассейны ҡалаларын, шул иҫәптән Эссенды берләштереү башлана.
Эссенда уртаса йомшаҡ климат.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 3,9 | 5,1 | 8,3 | 12,4 | 17,1 | 20,0 | 21,6 | 21,6 | 18,4 | 14,0 | 8,1 | 4,9 | 13,0 |
Уртаса температура, °C | 1,9 | 2,5 | 5,1 | 8,5 | 12,9 | 15,7 | 17,4 | 17,2 | 14,4 | 10,7 | 5,7 | 2,9 | 9,6 |
Уртаса минимум, °C | −0,3 | 0,0 | 2,2 | 4,8 | 8,7 | 11,5 | 13,2 | 13,3 | 11,1 | 7,9 | 3,5 | 0,9 | 6,4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 81 | 57 | 75 | 68 | 73 | 97 | 89 | 77 | 73 | 70 | 83 | 90 | 933 |
Сығанаҡ: World Climate |
Эссен ҡала округтарына (stadtbezirk), ҡала округтары ҡала кварталдарына бүленә (stadtteil).
Эссен ҡалаһында иң эре газ-транспорт һәм газ һатыу E.ON Ruhrgas компанияһының штаб-фатиры урынлашҡан.
Messe Essen күргәҙмә комплексында йыл һайын донъялағы иң ҙур өҫтәл уйындары күргәҙмәһе — Spieltage Internationale үткәрелә.
Эссен ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияларының береһе урынлашҡан[16]. Классификацияның немец системаһы буйынса Эссен тимер юлы вокзалы беренсе категориялы вокзал була, был уны илдең 20 төп вокзалы иҫәбенә индерә.
Ҡалала метрограмдың өс линияһы эшләй. Эссендә Европаның иң ҙур автомобиль баҙары урынлашҡан.
2010 йылда, венгр Пече һәм төрөк Истанбулы менән Эссен Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.
Ҡалала Фолькванг художество музейы урынлашҡан
Эссен ҡалаһы менән туғанлашҡан ҡалалар:[17]
Ҡара Ҡалып:Категорию
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.