Венгриянан ситтә йәшәүсе венгрҙар From Wikipedia, the free encyclopedia
Венгр диаспораһы (мадьярса Magyar diaszpóra) — Венгриянан ситтә йәшәүсе этник сығышы буйынса венгр халҡы. Венгр диаспораһы ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә 1920 йылғы (1947 йылда Париж солох килешеүе буйынса үҙгәрешһеҙ ҡала) Трианон солох килешеүе буйынса Венгрия юғалтҡан территорияларҙағы венгр халҡы — 3,3 млн самаһы. Икенсе төркөмгә үҙ илен төрлө йылдарҙа ҡалдырып киткән этник венгрҙар (1956 йылдағы күтәрелеш менән бәйле ваҡиғалар ваҡытында, йәки Венгрия ЕС-ҡа ингәндән һуң) инә[2].
Венгр диаспораһы | |
Венгр диаспораһы Викимилектә |
Страна | Венгерское население | Примечания | Статья |
---|---|---|---|
Граничат с Венгрией | |||
Румыния | 1,227,623 (2011)[3] (без учёта чангошей[4]) | Автохтонные в Трансильвании,[5] чангоши в Румынии | Венгры в Румынии |
Словакия | 458,467 (2011)[6] | Автохтонные[7] | Венгры в Словакии |
Сербия | 253,899 (2011) | Автохтонные в Воеводине | Венгры в Сербии |
Украина | 156,600 (2001) | Автохтонные в Закарпатской области | Венгры на Украине |
Австрия | 55,038 (2014)[8] | Автохтонные в Бургенланде | Венгры в Австрии |
Хорватия | 14,048 (2011)[9] | Автохтонные в Хорватии, кроме Истрии и Далмации | Венгры в Хорватии |
Словения | 6,243 (2001) | Автохтонные в Восточной Словении | Венгры в Словении |
Другие страны | |||
АҠШ | 1,563,081 (2006)[10] | Иммигранты | Венгры в США |
Канада | 315,510 (2006)[11] | Иммигранты | Венгры в Канаде |
Израиль | от 200,000 дo 250,000 (2000-е) | Иммигранты, преимущественно евреи | |
Германия | 120,000 (2004)[12] | Иммигранты | Венгры в Германии |
Франция | от 100,000 дo 200,000 (2000-е)[13] | Иммигранты | Венгры во Франции |
Бразилия | 80,000 (2002)[14] | Иммигранты | Венгры в Бразилии |
Рәсәй Федерацияһы | 76,500 (2002) | Иммигранты | Венгры в России |
Австралия | 67,616 (2006)[15] | Иммигранты | Венгры в Австралии |
Бөйөк Британия | 52,250 (2011)[16][17][18] | Иммигранты | Венгры в Великобритании |
Чили | 50,000 (2012)[19] | Иммигранты | Венгры в Чили |
Аргентина | 40,000 to 50,000 (2000s) | Иммигранты | Венгры в Аргентине |
Швейцария | 20,000 to 25,000 (2000s) | Иммигранты | |
Швеция | 16,193 (2014)[20] | Иммигранты | |
Чехия | 14,672 (2001) | Иммигранты | |
Төркиә | 6,800 (2001) | Иммигранты | Венгры в Турции |
Мексика | 3,500 (2006) | Иммигранты | Венгры в Мексике |
Ирландия | 3,328 (2006)[21] | Иммигранты | |
Польша | 1,728 (2011)[22] | Иммигранты | |
Яңы Зеландия | 1,476 (2006) | Иммигранты | Венгры в Новой Зеландии |
Венгрия | 4,9-5,1 млн. |
1990-сы йылдарҙа венгрҙар күпләп Көнбайыш Европаға китә башлай, бигерәк тә Венгрия 2004 йылда Евросоюзға ингәндән һуң был ағым көсәйә. Венгрҙар Бөйөк Британияла, Ирландия, Финляндия, Швеция, Испания һәм Португалияла эшләй.
Румыния венгрҙарының демократик союзы 2004 йылда Румынияла йәшәүсе бөтә венгрҙарға ла Венгрия гражданлығын биреү тәҡдиме менән сығыш яһай. 2004 йылда Венгрияла был мәсьәлә буйынса референдум үтергә тейеш була, ләкин союздың тәҡдиме Венгрия закондарына тап килмәүе һәм һайлаусыларҙың бик аҙ килеүе арҡаһында был план ғәмәләгә ашмай[23]. Күрше дәүләттәрҙәге этник венгрҙар партиялары етәкселәре 2005 йылдың ғинуарында Венгриянан ситтә йәшәүсе венгрҙарға Венгрия гражданлығын биреү өсөн көрәшеүсе ойошма төҙөй[24].
2010 йылда Венгрияның гражданлыҡ тураһындағы закондарына төҙәтмәләр индерелә,улар сит илдәрҙә йәшәүсе венгрҙарға Венгрия гражданлығын алыуҙы еңеләйтә. Гражданлыҡ алыу өсөн мотлаҡ Венгрияла йәшәүҙе талап итеүҙән баш тартырға ҡарар ителә[25].
2011 йылдан 2012 йылға тиклем 200 мең яңы ғариза бирелә[26], 2012 йылдың йәйендә тағы ла 100 мең ғариза бирелә[27]. 2013 йылдың февраленә Венгрия гражданлығы 400 мең сит ил кешеһенә бирелә[28].2013 йылдың июнендә премьер-министр урынбаҫары Жолт Шемьен йыл аҙағына 500 мең кеше Венгрия гражданлығын аласаҡ тип белдерә[29]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәләгә ингән закон буйынса Венгрияла йәшәмәгән яңы Венгрия гражданлығы алғандар (натуралләштереү үткәндәр) һайлауҙа ҡатнаша алмай[30]. Бер айҙан һуң ФИДЕС партияһы яңы Венгрия гражданлығы алған венгрҙарға һайлаусы хоҡуҡтарын биреүҙе яҡлап сыға[31]. 2014 йылда сит илдәрҙә йәшәүсе венгрҙар парламент һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала, тик улар партия исемлеге буйынса ғына тауыш бирә, тәғәйен бер кандидат өсөн тауыш бирә алмай .
2010 йылдың майында Словакия Венгрия гражданлығын алыуға ғариза биреүселәрҙе Словакия гражданлығынан мәхрүм итеү тураһында иғлан итә ref>Slovaks retaliate over Hungarian citizenship law, BBC, 26 May 2010</ref>. Шул уҡ йылдың октябрь айында Румыния президенты Траян Бэсеску венгрҙарҙың Венгрия гражданлығын алыуына ҡаршы түгеллеген белдерә[32].
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында Башҡортостан Республикаһында 35 кеше милләтен венгр тип күрһәткән. Уларҙың 19 ир кеше, 16 — ҡатын-ҡыҙ[33].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.