From Wikipedia, the free encyclopedia
Осипов Валентин Маркович (укр. Осіпов Валентин Маркович; 25 август 1922, Витебск — 8 ғинуар 2007 (84 йәш), Первомайск[d], Николаев өлкәһе) — совет хәрби эшмәкәре, гвардия генерал-майоры (1963).
Осипов Валентин Маркович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 август 1922 |
Тыуған урыны | Витебск, РСФСР |
Вафат булған көнө | 8 ғинуар 2007 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Первомайск[d], Николаев өлкәһе, Украина |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Уҡыу йорто | Военная академия РВСН имени Петра Великого[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XXII съезы[d] |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Осипов Валентин Маркович 1922 йылдың 25 авгусында РСФСР-ҙың Витебск губернаһы Витебск өйәҙе Витебск ҡалаһында тыуған, хәҙер ҡала Беларусь Республикаһының Витебск өлкәһенең административ үҙәге булып тора[1]. Урыҫ.
Бала сағында ата-әсәһе менән бергә Мәскәүгә күсенәләр.
8-се класты тамамлағандан һуң Мәскәү артиллерия махсус мәктәбенә, ә унан Рязань артиллерия училищеһына уҡырға инә.
Училищены тамамлағандан һуң, 1942 йылдың апрелендә Калинин фронтына ебәрелә 1942 йылдың 22 майында 29-сы армияның 833-сө айырым разведка артиллерия батальонының оптик разведка взводы командиры итеп тәғәйенләнә.
1944 йылдан — 3-сө Беларусь фронтында 5-се артиллерия корпусының разведка бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. Ржев, Орёл, Вильнюс, Каунасты азат итеүҙә ҡатнаша. Көнигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Капитан Осипов Еңеү көнөн Курляндиияла ҡаршылай.
1944 йәки 1945 йылда ВКП(б) сафына инә, 1952 йылда КПСС тип үҙгәртелә.
1945 йылдың йәйендә корпус составында Монголияға ебәрелә. Хинган артылышы аша Маньчжурияға үтә. Хәрби юлын Порт-Артурҙа тамамлай. 40-сы гвардия танк дивизияһы менән командалыҡ итә.
1950 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия инженер академияһына уҡырға ебәрелә. 1953 йылда Хәрби артиллерия команда академияһына күсерелә[2]. 1955 йылда Академияны тамамлағандан һуң Балтик буйы хәрби округының артиллерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә.
1960 йылда Суворов һәм Кутузов орденлы Смоленск 4-се гвардия пушка артиллерияһы дивизияһы командующийы урынбаҫары була. Дивизия базаһында 205-се ракета бригадаһы ойошторола. 1960 йылдың майынан 1961 йылдың 10 мартына тиклем — 205-се ракета бригадаһы командиры (Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһы). Бригада 18-се ракета дивизияһы итеп үҙгәртелә. 1961 йылдың 10 мартынан 1962 йылдың октябренә тиклем — Смоленск Суворов һәм Кутузов орденлы 18-се гвардия ракета дивизияһы командиры (Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһы).
1962 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында 18-се ракета дивизияһы оператив маскировка маҡсатында 43-сө ракета дивизияһының (Ромны ҡалаһы, Сумы өлкәһе, Украина ССР-ы) позицион районына күсерелә, ул 51-се номер аҫтында Кубаға китә. Хәрби традицияларҙы һаҡлау маҡсатында 43-сө ракета дивизияһына 18-се дивизия наградалары һәм титулдары тапшырыла. 1962 йылдың 8 октябренән 1965 йылдың авгусына тиклем — Смоленск Суворов һәм Кутузов орденлы 43-сө гвардия ракетаһы дивизияһы командующийы (Сумы өлкәһе).
1963 йылдың 22 февралендә генерал-майор хәрби званиеһы бирелә.
1965 йылдың 9 майында 9-сы айырым ракета корпусы командирының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Хабаровск). 1970 йылдың июнендә 31-се ракета армияһының штаб начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Ырымбур), 1972 йылдың июненән — 80-се ракета ғәскәрҙәре уҡыу үҙәгенең начальнигы (Котовск).
1979 йылдың июнь айында йәше буйынса СССР ҡораллы көстәренән китә.
«Спецэлеватормукамонтаж» тресының Одесса төҙөлөш-монтажлау идаралығында өлкән инженер булып эшләй .
Ғаилә хәлдәре буйынса ғаиләһе Николаев өлкәһенең Первомайск ҡалаһына күсә. .
Осипов Валентин Маркович 2007 йылдың 8 ғинуарында вафат була. Украинаның Николаев өлкәһе Первомайск ҡалаһының Каменномостовская урамындағы зыяратта ерләнгән, хәҙер ҡала шул уҡ өлкәнең Первомайский районы составына инә.
КПСС ағзаһы. КПСС-тың XXII съезы делегаты итеп һайлана (1961). Ҡурған КПСС өлкә комитеты бюроһы ағзаһы була.
Төрлө кимәлдә күп тапҡыр депутат итеп һайлана.
Оҙаҡ ваҡыт Первомайск ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһын етәкләй, аҙаҡ уның почетлы рәйесе була.
Ҡатыны Эмма Александровна (?-1999)
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.