Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәхмәт (рус. Рахметово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[4]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813007.
Рәхмәт | |
Рәхмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Байым ауыл советы һәм Әбйәлил районы |
Халыҡ һаны |
285 кеше (1968)[1], 353 кеше (2002)[2], 367 кеше (2009)[2], 341 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453611 |
Рәхмәт Викимилектә |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 341 | 174 | 167 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Рәхмәт ауылы Һары йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. XVIII быуат аҙағында 104 кеше йәшәгән 12 ихатанан ғына тора. 1812 йылда Ҡобағош (Учалы районы) ауылына 15 ғаилә күсерелә. X ревизияла 240 кеше һәм 41 йорт күрһәтелгән. 1920 йылда 75 йорт хужалығында 368 кеше йәшәгән.
Беренсе күскенсе тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә ауылға Тамьян мәхәлләһе старшинаһы Рәхмәтулла Мәҡсүтов нигеҙ һалған тип фаразларға була. Уның составында үҙ ваҡытында күбәләк һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ерҙәре булған. 1755 йылда аҫабалар заводчик П. И. Шуваловҡа Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары буйлап аҫаба ерҙәрен бирәләр (Ағиҙел башында күбәләктәрҙең аҫаба ерҙәре урынлашҡан була). 1816 йылдағы VII ревизия материалдарына ярашлы, ауылға нигеҙ һалыусының улдары билдәле: 1772 йыл йылғы Ейәнбирҙе, 1786 йылғы марш есаулы Ильяс, 1790 йылда тыуған Исхаҡ. Наполеонға ҡаршы һуғышта 20 йәшлек Әбйәлил Әбелсәләмов һәм 23 йәшлек Аҙнабай Ҡояшев һәләк булалар. 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашыусы Якшымбәт Ибраһимов ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Кантон менән идара итеүҙең һуңғы этабында 1858—1864 йылдарҙа Рәхмәттә 6-сы башҡорт кантонының штаб-фатиры була. Ошо ваҡытҡа тиклем был функцияны Сермән ауылы башҡарған. 1864 йылдың ғинуарында бында урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла, унда башҡорт балаларына рус грамоталылығы — тел һәм уҡыу, яҙыу, арифметика, грамматика уҡытыла. Педагог итеп дворян Ростислав Герасимов тәғәйенләнә. Мосолман хоҡуҡиәтен һәм грамоталылығына указлы мулла өйрәтә.
Рәхмәт — 1858 йылдан Сибай ауылында (Атайсал) тыуған Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаев булған кантон начальнигы резиденцияһы. Был ауылда «Ғүмәров» тигән тарихи йыр барлыҡҡа килгән. Ғәлиәкбәр Ғүмәров — 1864 йылда берләштерелгән Күбәләк-Тиләү улусы старшинаһы. Ул иртә вафат була, халыҡ хәтерендә ғәҙел начальник булып ҡала. Башҡорттарҙың хәрби синыфта булыуы, күп һанлы походтарҙа һәм Рәсәй һуғыштарында ҡатнашыуы, империяның көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса һыҙыҡлы хеҙмәте ярым күсмә халыҡтың иҡтисадын ҡаҡшата: 190 кеше йәшәгән 30 йортҡа ни бары 98 ат, 73 һыйыр, 26 һарыҡ тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар Көрәмәште, Оло йылға, Оло йылға, Арҡыры, Оҙон йылғалары бассейндарына йәйләүгә сығыуҙарын дауам итә.
Малсылыҡ бөлгөнлөккә төшкән, халыҡ игенселек менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. 1843 йылда улар 360 бот ужым һәм 3064 бот яҙғы иген сәсә. Халыҡ араһында игенселәр Ғүмәр Көмөшбаев («Ғүмәров» йыры геройының атаһы), Алтынбай Иҫәнғәлин (200 бот яҙғы иген сәскән) айырылып торған[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.