Вознесенка (Учалы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Вознесенка (Учалы районы)map
Remove ads

Вознесенка (шулай уҡ Кинйәкәй; рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Поляковка ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[1]. Почта индексы — 453712, ОКАТО коды — 80253865002.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Вознесенка XIX быуаттың 30-сы йылдарында Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә баҡыр мәғдәне һәм алтын ятҡылыҡтарын эшкәртә башлауға бәйле, Троицк өйәҙендә ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә[2]. Башта Кинйәкәй ауылы булараҡ теркәлә. Был урында элек Кинйәкәй тигән башҡорт ауылы булған. Кинйәкәй ауылының атамаһы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, тархан, мулла Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең кинйә ҡыҙының исемен йөрөткән йылға менән бәйле. Бәпәнәйҙе язалап үлтергәс, Кинйәкәй ауылы нигеҙенә тиклем яндырыла, хәҙер уның урынында Вознесенка ауылы тора. Йылғаның исеме иһә урыҫ телендә боҙолоп Кизнекей булып киткән[3]. Ауыл халҡы баҡыр мәғдәне, һуңынан алтын сығарыу менән шөғөлләнәАсфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. ISBN 978-5-295-04683-4.</ref>. Вознесенкала улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, мәктәп булған, йәрминкәләр үткәрелгән. 1900 йылда 2177 кеше иҫәпләнгән. Ирҙәр министрлыҡ мәктәбе һәм ҡыҙҙар сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән[4].

1920 йылда ауылдағы 659 йортта 3421 кеше иҫәпләнгән[5].

Әлеге ваҡытта Поляковка урта мәктәбенең филиалы — төп мәктәп эшләй, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август3421
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар2142
1959 йыл 15 ғинуар1123
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар496
2002 йыл 9 октябрь450
2010 йыл 14 октябрь41020021048,851,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — урыҫтар (59 %), башҡорттар (37 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

Thumb
Вознесенка сиркәүе
(архитектура ҡомарткыһы)[8]
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 65 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Поляковка): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 20 км[9].

Уй йылғаһы ҡушылдығы Кинйәкәй йылғаһы буйыында урынлашҡан.

Көньяҡ Уралдың Уй-Таш һырты эргәһендә Нәжимтау тауы итәгендә[10], Вознесенка ауылынан 12 километр алыҫлыҡта Яйыҡ йылғаһы башы урынлашҡан.

Урамдары

  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Күмләк урамы (рус. улица Кумляк)
  • Урман тыҡрығы урамы (рус. Лесной переулок)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Сиркәү урамы (рус. Церковная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Яр урамы (рус. Береговая улица)[11].

Билдәле кешеләре

  • Кобельков Николай Васильевич (1851—1933) — тыумыштан инвалид (аяҡһыҙ-ҡулһыҙ) булыуына ҡарамаҫтан, атларға яҙырға, һүрәт төшөрөргә өйрәнгән, Рәсәйҙә һәм Европала цирк сығыштарын уңышлы уҙғарған, Венаның билдәле гражданы булған һәм Кобельковтар ғаиләһенә нигеҙ һалған һәм унан Пратер паркындағы участканы мираҫ итеп алған.
  • Назаров Николай Григорьевич (8.08.1946) — Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозының һауын гурты бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Remove ads

Тәбиғи ҡомартҡылар

Вознесенка ауылы эргәһендәге Ҡарағайкүл — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Күлдең диаметры — 2,5 километр, ә тәрәнлеге 6 метрға тиклем етә[12].

Иҫтәлекле урындары

  • Ауылда архитектура ҡомартҡыһы — Вознесение храмы урынлашҡан[13].
Ҡыҫҡа факттар
  • 1884 йылда ауылда шулай уҡ Александр II һәйкәле ҡуйыла (һаҡланмаған)[14].

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Уй-таш тауы

Йылғалар:

Видеояҙмаларҙа

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads