Гавличкув-Брод

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гавличкув-Брод
Remove ads


Гавличкув-Брод (чех Havlíčkův Brod), 1945 йыл тиклем Немец брод (чех Německý Brod), Дойчброд (нем. Deutschbrod) — Чехия ҡалаһы, Высочина Чехия крайындағы Сазава йылғаһы буйында, Богема-Моравия ҡалҡыулығы өҫтөндә урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...

Гавлискув-Брод ҡалаһында 24,3 мең кеше йәшәй. (2003 йылдың мәғлүмәттәре буйынса). Ҡаланың майҙаны 64,9 квадрат километр тәшкил итә.

Машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм туҡымалар сәнәғәте бар.

Remove ads

Тарих

Гавлискув-Брод ҡалаһы беренсе тапҡыр телгә XII быуатта бындағы Сезава йылғаһы буйында көмөш ятҡылығы табылыу һөҙөмтәһендә алынған. асыуҙан үҫеш ала. 1257 йылдан алып ҡала хоҡуғына эйә. Ҡала халҡы XIII — ХХ быуат башында немецтар булған һәм 1310 йылдан алып Немец Брод ҡалаһы булараҡ билдәле.

Гуситтар һуғышы ваҡытында ҡала халҡы Сигизмунд яҡлы булған, шунлыҡтан 22 ғинуарҙа, 1422 йылда, ҡала Ян Жижка тарафынан емерелә (яңынан төҙөлә 1429 йылда).

XVI—XVII быуаттарҙа Гавлискув-Брод ҡалаһы — мәҙәни үҙәк була; унда сәнәғәт (башлыса — туҡыу) XIX быуатта үҫеш ала. Шул уҡ ваҡытта ҡала ҙур тимер юл үҙәгенә әйләнә. Ҡаланың бөтә немец халҡы 1945 йылда ҡаланан сығарып ебәрелә. Шул уҡ йылда XIX быуат яҙыусыһы Карел Гавличек-Боровский хөрмәтенә ҡала хәҙерге исемен ала.

Ҡалала — ғилми-тикшеренеү институтының картуф үҫтереү селекцияһы институты бар.

Remove ads

Туғанлашҡан ҡалалары

Ҡала менән бәйле кешеләр

  • Стамиц Ян Вацлав Антонин — чех композиторы (17171757), Немец Брод ҡалаһында тыуған.
  • Клофач Вацлав Ярослав (1868—1942) — чех сәйәси эшмәкәре, Гавличкув-Бродта тыуған.
  • Курц Вилем-кинйә (чех Vilém Kurz; 23 декабрҙә 1872 Немец Бродта — 25 май, 1945, Прага) — пианист һәм музыка педагогы. .
  • Вашичек Йозеф — хоккейсы, Ярославлдең «Локомотив» һәм Чехия йыйылма командаһы уйынсыһы (12.09.1980—07.09.2011), Гавличкув Брод ҡалаһында тыуған.
  • Радек Мартинек — хоккей буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, Нью-Йорк Айлендерс командаһы уйынсыһы.

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads