Екатеринбург операцияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Екатеринбург операцияһы — 1919 йылдың июлендә үткән РККА-ның Көнсығыш фронтының 2-се һәм 3-сө армияларының Себер армияһы көстәренә ҡаршы ҡаршы һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө.

Ҡыҫҡа факттар Дата, Урыны ...
Ҡыҫҡа факттар Көнсығыш фронт Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ...

Ҡыҙыл армияһының һөжүме 5 июлдә, уның өсөн уңышлы тамамланған Пермь операцияһынан һуң, башлана. 3-сө армия Кама һәм Сылва йылғалары буйлап рубеждарҙа тора, ә 2-се армия Сылва һәм Өфө һыу айырғысын биләй. 2-се армияның туранан-тура һөжүмдәрен аҡтарҙың Удар корпусының ҡаты ҡаршылығы туҡтата. Ул саҡта РККА-ның 28-се уҡсылар дивизияһы отрядтары уларҙың позицияларын тау юлдарынан урап үтә һәм тылдан һөжүм итә. Ошо ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһендә Себер армияһы отрядтары ҡамауҙа ҡала һәм ҡыйратыла. 15 июлдә РККА Екатеринбургка инә.

3-сө армия (Н. Д. Томин етәкселегендәге 2 мең ҡылыслы кавалерия отряды) ғәскәрҙәре аҡтарҙың төп позицияларын тау юлдарынан урап үтеп, тылдан һөжүм итәләр. Был ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәһендә Себер армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә. Уның ҡалдыҡтары Ялуторовск — Тобольск рубежына сигенә.

Хәрби ғәмәлдәрҙең төп һөҙөмтәһе: РККА частары Уралдың төп ҡалаларын һәм заводтарын — Рәсәйҙең мөһим сәнәғәт районын — баҫып алыу.

Remove ads

Сығанаҡтар

  • Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads