Пермь операцияһы (1919)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

1919 йылғы Пермь операцияһы — 1919 йылдың июнендә үткән РККА-ның Көнсығыш фронты 2-се һәм 3-сө армияларының Себер армияһы көстәренә ҡаршы һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө.

Ҡыҫҡа факттар Дата, Урыны ...
Ҡыҫҡа факттар Көнсығыш фронт Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ...

Ҡыҙыл армияһы өсөн уңышлы тамамланған Сарапул-Воткинск операцияһынан һуң 20 июндә ҡыҙылдарҙың һөжүме башлана.

  • 2-се армия (командарм В. И. Шорин) Көңгөргә һөжүм башлай һәм артабан көньяҡтан — Пермгә[1];
  • 3-сө армия (командарм С. А. Меженинов) Пермгә һөжүмен көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан башлай;

1919 йылдың 21 июнендә 2-се армия частары Волга флотилияһы ярҙамында Кама йылғаһы аша Уҫы тирәһендә сығалар һәм көңгөргә һөжүмен йәйелдерәләр.

29 июндә Пермь районындағы аҡтар тылына хәүеф тыуҙырып, РККА-ның 21-се уҡсылар дивизияһы Көңгөр эргәһенә килеп етә. Алдағы көндә 3-сө армияның 29-се уҡсылар дивизияһы Пермь тирәһендә Кама йылғаһы аша сыға.

1919 йылдың 1 июлендә 2-се армия частары Көңгөрҙө яулап ала.

1919 йылдың 1 июлендә 29-сы уҡсылар дивизияһы көньяҡтан һөжүмләгән 3-сө армияһының 30-сы уҡсылар дивизияһы менән берлектә Пермь ҡалаһын алалар.

Пермь операцияһындағы еңеү Ҡыҙыл армияһына артабан һөжүмде Урал яғына (Екатеринбург операцияһы һ.б.) йәйелдерергә мөмкинлек аса.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads