Златоуст операцияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Златоуст операцияһы —1919 йылдың июнь — июлендә үткән Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты көстәренә ҡаршы РККА-ның Көнсығыш фронты 5-се армияһының һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең ҡушма өлөшө.

Ҡыҫҡа факттар Дата, Урыны ...
Ҡыҫҡа факттар Көнсығыш фронт Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ...
Remove ads

Планлаштырыу һәм операция барышы

Ҡыҙыл Армияһының һөжүме 24 июндә уңышлы тамамланған Өфө операцияһынан һуң башлана. 24 — 25 июндә ҡыҙылдарҙың 26-сы һәм 27-се уҡсылар дивизиялары Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы аша сығалар. 27-се дивизия һуғыша-һуғыша Бөрө тракты буйлап хәрәкәт итә башлай. 26-се дивизия алышһыҙ Йүрүҙән йылғаһы үҙәндәре буйлап алға бара һәм 2 июлдә Нәсибаш ауылы янындағы аҡтарҙың позицияларына барып сыға, бында ҡаты һуғыш йәйелә. Аҡтар тулыһынса тиерлек 26-сы дивизияны ҡамап алалар, әммә 5 июлдә төньяҡтан Нәсибашҡа ҡыҙылдарҙың 27-се дивизияһы килеп етә һәм өс көнлөк алыштарҙан һуң аҡтарҙың ғәскәрҙәре Ҡуҫа, Бирҙәүеш һәм Һатҡы рубежына алып ташлана. Ошо уҡ ваҡытта рубежға көньяҡтан быға тиклем Белорет һәм Тирлән заводтарын баҫып алған 24-се дивизия һәм шулай уҡ (төньяҡтан) 35-се уҡсылар дивизияһы килеп етә. Уларҙың берлектәге ударҙары менән 10-12 июлдә аҡтарҙың оборонаһын өҙәлә һәм 13 июлдә Златоуст яулап алына.

Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы уңышлы үткәрелгән операция ярҙамында Көньяҡ Уралдағы иң мөһим булған тау сәнәғәте үҙәктәрен баҫып ала һәм артабан көнсығышҡа табан (Силәбе операцияһы) һөжүмен башлай.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads