Силәбе операцияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Силәбе операцияһы — 1919 йылдың июль — авгусында РККА-ның Көнсығыш фронты 5-се армияһының Көнбайыш армияһы көстәренә ҡаршы һөжүм операцияһы. Көнсығыш фронты контрһөжүменең бер өлөшө.

Ҡыҫҡа факттар Дата, Урыны ...
Ҡыҫҡа факттар Көнсығыш фронт Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ...

Уңышлы тамамланған Златоуст һәм Екатеринбург операцияларынан һуң Ҡыҙыл армияһының 17 июлдә һөжүме башлана. Аҡ гвардиясылар ғәскәрҙәре ҡыҙылдарҙың һөжүмен Сыбаркүл — Иртәш рубежыда тотҡарларға тырышалар, әммә 20 июлдә РККА-ның 5-се армияһы рубежды өҙөп үтә һәм Силәбегә һөжүмен башлай.

Аҡтарҙың планы буйынса, улар ғәскәрҙәрен үҙгәртеп ҡоралар һәм ҡыҙылдарҙы ҡалаға хәйлә менән алып инеү һәм шунда уларҙы ҡамау һәм тар-мар итеү өсө,н төп көстәрҙе Силәбе аръяғына йүнәлтәләр. 24 июлдә ҡыҙылдар Силәбегә инәләр, ә иртәгәһенә аҡтар контрһөжүмгә күсәләр. Аҡ ғәскәрҙәр ике төркөм менән һөжүм итә — төньяҡтан (С. Н. Войцеховский командованиеһы аҫтында, 20 мең кеше) һәм көньяҡтан (командующийы В. О. Каппель, 10 мең кеше). Войцеховский төркөмө Силәбе — Екатеринбург тимер юлын киҫеп үтә һәм 5-се армияның тылына сыға. Әммә ҡыҙылдарҙың 26-сы уҡсылар дивизияһы Каппель төркөмөнөң һөжүменән артҡа сигенмәй һәм ҡамауҙың ҡулсаһы ябылмай ҡала. 26-сы дивизия Каппелдең төркөмөн тотоп торған саҡта, 5-се армияның ҡалған частары үҙгәртеп ҡоролалар һәм 3-сө армия частары менән берлектә төньяҡтан килеп еткән Войцеховский төркөмөн ҡыйраталар. 4 августа 24-се уҡсылар дивизияһы партизандар менән берлектә Троицк ҡалаһын биләйҙәр, ә 5-се армияның төп көстәре Силәбенән 25 — 30 км көнсығышыраҡ ятҡан рубежға сыға.

Уңышлы үткәрелгән операциянан һуң РККА-ның ғәскәрҙәре бөтә Уралды биләйҙәр һәм Себергә, Төркөстанға һөжүм итеү мөмкинлеген алалар.

Remove ads

Сығанаҡтар

  • Бадиков Р. А. Челябинская операция 1919 года в военной биографии красного начдива Генриха Христофоровича Эйхе // Вестник Пермского университета. Серия: История. 2016. № 3 (34). С. 99-107.
  • Гражданская война и иностранная интервенция в СССР. М., 1983
  • Сахаров К. В. Белая Сибирь. Мюнхен, 1923.
  • Переиздание в сборнике: Восточный фронт адмирала Колчака. Центрполиграф. Москва. 2004. ISBN 5952409598.
  • Переиздание в сборнике: Гражданская война в России: Катастрофа Белого движения в Сибири. Транзиткнига, Terra Fantastica. 2005.
Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads