Киркенес

From Wikipedia, the free encyclopedia

Киркенесmap
Remove ads

Киркенес (норв.KirkenesХиркенес[4], фин.Kirkkoniemi, с-саамск. Girkonjárga) — Норвегияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Финнмарк фюлькаһында, рәсәй-норвегия сигенән яҡынса 8 км алыҫлыҡтағы ҡала.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Этнохороним ...

Remove ads

Тарихы

1826 йылдың 14 майына тиклем Фэлледсдистрикт территорияһында урынлашҡан (Дөйөм районда) — Швеция һәм Рәсәй кондоминимумында, шунан һуң бөтә тиерлек бәхәсле территориялар (шул иҫәптән Киркенес) Швецияға күсә.

Икенсе донъя һуғышы

Thumb
Киркенеста йәйәүлеләр зонаһы
Thumb
Киркенес сиркәүе һәм русса, норвежса яҙыуҙар менән юл күрһәткестәре (Kirkegata — һүҙмә һүҙ Сиркәү урамы)

Икенсе донъя һуғышы йылдарында көслө бомбалар һөжүменә дусар була — ҡалаға 320 һауа һөжүме яһала. 19441945 йылдарҙа Киркенестың комендант урынбаҫары, һуңынан билдәле шәрҡиәтсе Дьяконов Игорь Михайлович; 1990-сы йылда уға ҡаланың почетлы гражданы исеме бирелә.

Remove ads

Климаты һәм географияһы

Киркенес Норвегияның иң төньяҡ-көнсығышында, төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡа ҡарай яҡынса 400 км алыҫлыҡта ята. Ҡала Варангер-фьорд фьорды тармаҡтарының береһендә, Рәсәй сигенән алыҫ түгел урынлашҡан.

Поляр көнө 21 майҙан алып 17 июлгә тиклем, поляр төн — 21 ноябрҙән алып 21 ғинураға тиклем дауам итә. Яр буйында урынлашыуына ҡарамаҫтан, ҡала континенталь климатҡа күсеүсән. Уртаса айлыҡ температура ғинуарҙа -11,5 °C алып июлдә 12,6 °C. тиклем үҙгәрә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле — яҡынса 450 мм. Иң түбән температура --41°C, иң юғары температура 32,7 °C теркәлгән. Иң юғары уртаса айлыҡ температура 2004 йылда билдәләнгән һәм 16,9 °C тәшкил иткән.

Киркенес— Бьерневатн тимер юлы Киркенес портын һәм Сер-Варангер коммунаһындағы Бьёрневатн шахтаһын тоташтыра. Фин Рованиемиһынан Киркенесҡа тиклем 529. км оҙонлоғондағы тимер юлы төҙөү планлаштырыла[5].

Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Киркенеста саңғы ярышы буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Вегард Ульванг тыуған.
  • Киркенеста донъя транс музыкаһы йондоҙо Эрьян Гильсен йәшәй.

Иҫтәлекле урындары

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads